газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2023, 13:00

Уҡытыусы - яҡты маяҡ

Уҡытыусының төп бурысы - һәр уҡыусының талантын күреү, асыу, сифатлы белем биреү, уларҙы оло тормош юлына әҙерләү. Әммә педагогтың эше һөҙөмтәле булһын өсөн, уның үҙенә лә даими камиллашырға, үҫешергә кәрәк. Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһы педагогы”, “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл педагогы” ҡала конкурстары тантаналы шарттарҙа асылды. 

Уҡытыусы - яҡты маяҡ
Уҡытыусы - яҡты маяҡ

Уҡытыусының төп бурысы - һәр уҡыусының талантын күреү, асыу, сифатлы белем биреү, уларҙы оло тормош юлына әҙерләү. Әммә педагогтың эше һөҙөмтәле булһын өсөн, уның үҙенә лә даими камиллашырға, үҫешергә кәрәк. Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһы педагогы”, “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл педагогы” ҡала конкурстары тантаналы шарттарҙа асылды. 

Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова коллегаларына йылы теләктәр менән мөрәжәғәт итте.
- Һөнәри оҫталыҡ конкурстары бик кәрәк һәм мөһим, улар иң сағыу педагогик таланттарҙы асыҡларға, тупланған тәжрибәне башҡалар менән уртаҡлашырға,  яңы йондоҙҙарҙы балҡытырға мөмкинлек бирә. Хөрмәтле
педагогтар, был конкурстарҙың ысын ижади оҫтаханаға әйләнеүен, яңы ҡаҙаныштар теләйем, - тине ул.
Баһалама ағзаһы, уҡытыу-методика үҙәге директоры урынбаҫары Марина Сувернева конкурстанттар алдына ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләне.
- Улар оҫталыҡ дәрестәре, тәрбиәүи саралар үткәрергә, үҙҙәренең интернет- ресурстарын булдырырға  һәм башҡа бик күп эштәр башҡарырға тейеш. Комиссия педагогтың методиканы нисек белеүен, дәрестәрҙә ниндәй
яңы технологиялар ҡулланыуын, балалар менән бәйләнештең нисек ҡуйылыуын баһалаясаҡ. Беҙҙең ҡалала конкурс йыл һайын уҙғарыла, муниципаль  этапта еңеүселәр Салауат данын республика кимәлендә
яҡлаясаҡ. Уҡытыусыларыбыҙ һәр ваҡыт үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә, конкурс номинанттары, лауреаттары һәм призерҙары булалар, - тине ул.
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсының иң сағыу ҡатнашыусыларының береһе - 29-сы балалар баҡсаһының  физкультура буйынса инструкторы Альбина Ҡасимова, педагогик стажы - ике йыл. Уның өсөн иң мөһиме - балаларға белем биреп кенә ҡалыу түгел, ә уларҙы дөрөҫ фекерләргә, командала эшләргә өйрәтеү.
- Был конкурста тәүгә ҡатнашам. Яңы тәжрибә туплау, коллегаларыңдың эшен ҡарау, файҙалы мәғлүмәт үҙләштереү, үҙеңдең һәләтеңде күрһәтеү йәһәтенән был бик кәрәкле сара. Педагог эше оҡшай,  беҙҙең һөнәр һәр заманда ла абруйлы, тип иҫәпләйем, ә бөгөн уҡытыусылар өсөн даими үҫешеү, карьера баҫҡысынан үрләү өсөн төрлө мөмкинлектәр бар, - тип иҫәпләй ул.
23-сө мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Евгения Балыкова конкурстың «Йәш йыл уҡытыусыһын - 2023» номинацияһында көс һынай.
- Мин дә үҙ көсөмдө һынап ҡарарға, тәүәккәллек иттем. Был турала уҡыусыларыма ла әйттем, улар мине хупланы һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Бөгөн янымда - тормош иптәшем, ҡыҙым, коллегаларым. Уҡытыусы һәр ваҡыт уҡыусының ҡыҙыһыныуҙарын белергә, балалар һәм коллегалары менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булырға, даими эҙләнергә, һөнәри оҫталығын күрһәтергә тейеш, тип иҫәпләйем, - тине Евгения.
Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары февралдә билдәле була.
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: