Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Декабрь 2022, 14:12

Беҙҙең йәшәү тамырыбыҙ башҡорт ерендә

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Рәсми рәүештә ул 2019 йылдан алып үткәрелә. Был көндә Башҡортостанда һәм унан  ситтә төрлө саралар: башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмобтар, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала.

Беҙҙең йәшәү тамырыбыҙ башҡорт ерендә
Беҙҙең йәшәү тамырыбыҙ башҡорт ерендә

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Рәсми рәүештә ул 2019 йылдан алып үткәрелә. Был көндә Башҡортостанда һәм унан  ситтә төрлө саралар: башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмобтар, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала.

Башҡорт теле - бай тарихлы, йырлы, моңло тел. Туған тел - тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ. Һәр бала үҙ телендә иркен аралашһын ине. Ҡалала был йәһәттән апаруҡ эштәр алып барыла. Мәғариф идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Салауатта белем алыусы бөтә уҡыусыларҙың 85 проценты  башҡорт телен дәүләт теле, ә башҡорт милләтле  уҡыусыларҙың 90 проценты үҙ туған теле булараҡ өйрәнә. Шулай уҡ балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре һанын арттырыу буйынса ла эш ситтә түгел. Был ҡыуаныслы хәл, сөнки туған телгә һөйөү, уны өйрәнеү
балалар баҡсаһынан башлана. Бөгөнгө һүҙебеҙ 55-се балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Әлфиә Әбүбәкерова тураһында булыр.

Әлфиә Әбүбәкерованың исеме ҡалала яҡшы таныш. Ул, төп эшенән тыш, Республика ата-әсәләр комиссияһы ағзаһы, ҡала ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары булып тора. Ҡалалағы башҡорт балаларын туплап, әһәмиәтле саралар уҙғарыуҙа ла уның өлөшө ҙур. Быйыл ул эшләп йөрөгән баҡсала беренсе тапҡыр башҡорт балаларынан ғына торған төркөм тупланған. Былтыр башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү төркөмөнөң беренсеһен сығара, тик унда ҡатнаш балалар йөрөгән була.
- 2018 - 2019 уҡыу йылдарында 3-4 йәшлек балалар өсөн башҡорт телендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү төркөмө асылғайны. Был төркөмгә рус телендә белем һәм тәрбиә алған 21 бала тупланды. Шуларҙың 8-е милләте буйынса башҡорт, 6-һы татар һәм 7-һе рус милләтле ине. Төрлө милләтле балалар булғанға күрә, башҡорт теленең нескәлектәренә күп осраҡта тәржемә аша өйрәнергә тура килде, алған белемдәрҙе практик эш менән нығыттыҡ. Балалар менән башҡорт телендә шиғырҙар ятланыҡ, йырҙар өйрәндек, хатта төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаштыҡ. Хәҙер инде улар мәктәп уҡыусылары. Тик шуныһы ғына күңелде ҡыра, ғаиләлә ата-әсә башҡорт телендә аралашмағас, балаларҙы башҡорт телендә иркен аралашыу кимәленә еткерә алманыҡ. Бөтә нәмә ғаиләлә башлана бит. Ояһында ни - осҡанында шул, тиҙәр. Тәү сиратта, ата-әсә үҙе үрнәк күрһәтергә тейеш. Балалар баҡсаһындағы уҡытыу ғына етмәй, был эште даими, берҙәм алып барыу мөһим.

Башҡорт төркөмө тигән исем, ысынлап та, есеменә тап килеп тора. Бындағы мөхит милли үҙенсәлек менән биҙәлгән. Кәштәләрҙә - башҡортса балалар китаптары, республикала үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән кескәйҙәр
өсөн “Аҡбуҙат” журналы. Ә бәләкәстәрҙең исемдәре һуң ниндәй матур, яғымлы: Рамаҙан, Әминә, Даян, Рушан... Ошо балаларҙы туған телен яҡшы белгән, рухлы шәхестәр итеп тәрбиәләй алһам, шул сағында эшемдең һөҙөмтәһен күрәсәкмен, тигән фекерҙә тәрбиәсе.
- Быйыл төркөмгә телдәре саҡ асыла башлаған 1,5 - 2 йәшлек сабыйҙарҙы йыйҙыҡ. Уларҙа телгә ҡарата һөйөү, ихтирам уятып, киләсәктә телем, милләтем тип яныр шәхестәр тәрбиәләүҙе тап ошо ваҡыттан башларға кәрәк. Тик ата-әсәләрҙең ярҙамынан тыш бер нисек тә булмай. Төркөмдө асыр алдынан, йыйылыштар үткәреп, башҡорт төркөмөндә балаларҙың нисек шөғөлләнәсәктәре, дәрестәрҙең нисек алып барыласағы тураһында һөйлә- нек, төркөмдөң эшмәкәрлеге менән таныштырҙыҡ. Ниндәй республикала йәшәйбеҙ, бала шул телдә иркен аралашырға, телде белергә тейеш, тип ҡуш ҡуллап сабыйҙарын ошо төркөмгә бирергә риза булды ата-әсәләр. Балалар әлегә бик бәләкәй, шуға уларға белем уйын аша ябайлаштырып бирелә. Ҡулдарҙы йыуабыҙ, уйынсыҡтарҙы йыйыштырабыҙ, ашайбыҙ, уйнайбыҙ, тигән даими ҡабатланып торған һүҙҙәрҙе улар яҡшы аңлай. Ҡатмарлы һүҙҙәрҙе еңелерәк, ҡыҫҡараҡ һүҙҙәр менән алыштырам. Төркөмдә башҡорт мөхитен булдырырға  тырышабыҙ. Былтыр ремонт эшләнек, стеналарға Башҡортостан тәбиғәтенең һүрәтен төшөрттөк, милли кейемдәге егет менән ҡыҙ ҙа урын алған, мебелдәргә милли орнаменттар менән япмалар эшләнде, ата-әсәләр әлеге мәлдә башҡорт ҡурсаҡтарына  башҡорт кейемдәрен, ҡыҙҙарға түшелдеректәр тегеү менән мәшғүл. Туған телде өйрәнеүҙең мөһимлеген, әһәмиәтен аңлаған ата- әсәләргә, ҡалған төркөм балалары ла тыуған төйәктең тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫһендәр өсөн “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейын тергеҙеп, уны тулыландырыу өҫтөндә ҙур эш алып барғаны өсөн мөдиребеҙ Гөлнара Исламоваға рәхмәтлемен, - ти Әлфиә Рәсүл ҡыҙы.
Әлфиә Әбүбәкерова белемде камиллаштырыуға, үҫтереүгә ҡоролған сараларҙан да ситтә ҡалмай. Яңыраҡ ул Өфөлә Мәғарифты үҫтереү институтында Башҡорт теле көнөнә арналған «Бала саҡ иле» педагогик идеялар
оҫтаханаһында ҡатнаша. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, тәрбиәселәр менән бер өҫтәл артына йыйылып, мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл, фекер алышыу ойошторола. Педагогик оҫтаханала Республика ата-әсәләр комиссияһы балалар баҡсалары менән эште әүҙемләштереүҙе, башҡорт төркөмдәрен булдырыуҙы
һәм булғандарында башҡорт мөхитен һаҡлауҙы киләһе йылға иң мөһим йүнәлеш итеп билдәләй. Әлфиә Әбүбәкерова “Балалар баҡсаһы һәм ғаилә” тигән темаға сығыш яһап, ғаилә менән балалар баҡсаһы араһында тығыҙ бәйләнеш булырға тейешлеген, килешеп, һөйләшеп эшләгәндә генә һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин булыуын булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
- Шулай уҡ үҙем эшләгән балалар баҡсаһында эштәрҙең нисек ҡуйылыуы, Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комитетының эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләнем. Баҡсаларҙа башҡорт төркөмдәрен, түңәрәктәр булдырыу ҡала хакимиәте, мәғариф идаралығы, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә төҙөлгән юл картаһына ярашлы алып барылыуын билдәләп үттем, - тине Әлфиә Әбүбәкерова.
Ҡалала ошондай төркөмдәр күберәк асылһа, туған телендә иркен аралашҡан, уны ихтирам иткән балалар ҙа һиҙелерлек артыр ине. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: