газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Декабрь 2022, 11:45

Шәжәрә - ул быуындар бәйләнеше

Шәжәрә - үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе сағылдырған нәҫел ағасы. Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ ти, халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырҙарыбыҙҙан - тарихыбыҙҙан һут ала. Салауат ҡалаһының 50-се башҡорт балалар баҡсаһында ойошторолған «Минең шәжәрәм» байрамы тәү сиратта балаларҙың ата-әсәләр менән бергә, йәғни ике быуындың бер маҡсатта эҙләнеү эше алып барыуы, тарихи тамырҙарын барлауы, ата-әсәләрҙең киләһе быуынға тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, нәҫел тарихын ҡалдырыуы менән әһәмиәтле булды.

Шәжәрә - ул быуындар бәйләнеше
Шәжәрә - ул быуындар бәйләнеше

Шәжәрә - үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе сағылдырған нәҫел ағасы. Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ ти, халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә тамырҙарыбыҙҙан - тарихыбыҙҙан һут ала. Салауат ҡалаһының 50-се башҡорт балалар баҡсаһында ойошторолған «Минең шәжәрәм» байрамы тәү сиратта балаларҙың ата-әсәләр менән бергә, йәғни ике быуындың бер маҡсатта эҙләнеү эше алып барыуы, тарихи тамырҙарын барлауы, ата-әсәләрҙең киләһе быуынға тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, нәҫел тарихын ҡалдырыуы менән әһәмиәтле булды.

Был сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Салауат башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеровтың, уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Сәриә Шәмсетдинованың, ҡала ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкерованың, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләрҙең ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы.
- Хәҙерге заманда үҙ телеңде, ниндәй милләттән булыуыңды, тыуған-ырыуыңды белеү бик мөһим. Шуға ла беҙ бөгөн быуындар бәйләнешен, туғанлыҡты нығытҡан, нәҫел ептәрен барлаған Шәжәрә байрамына йыйылдыҡ. Күптән түгел Салауат ҡалаһында «Ижади майҙан» күсмә комплекслы проект саралары уҙҙы. Уның сиктәрендә «Аҡбуҙат» журналы мөхәрририәте беҙҙә ҡунаҡта булды һәм балалар менән осрашты. Ошо осрашыуҙан һуң балалар тағы ла рухланып үҙҙәренең шәжәрә ағастарын төҙөнө һәм иң яҡшыһы тип табылған ете бала үҙҙәренең шәжәрәһе менән конкурста һынау тотасаҡ. Конкурста ҡатнашҡан балаларға мин уңыштар һәм үҙҙәрен ҡыйыу тотоуҙарын теләйем, - тине сараны асып 50-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина.
Конкурстың үҙенә тиклем дә балалар баҡсаһында байтаҡ эш башҡарыла: төрлө төркөмдәрҙә тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөй, тәрбиәселәр һәр төркөмдә шәжәрәләр күргәҙмәһен ойоштора, һуңынан үҙҙәренең шәжәрәһе тураһында матур итеп һөйләп бирерҙәй балалар асыҡлана.
Шулай итеп, балалар баҡсаһының шәжәрә конкурсында ете бала һынау тотто: Лилиә Ишҡолова, Риана Асҡарова, Арыҫлан Ирғәлин, Марат Хәлилов, Мәликә Мостафина, Рушана Әбүбәкерова, Әғилә Агишева. «Ырыу көсө - шәжәрәлә» тип аталған сараны балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина алып барҙы.
Иң тәүҙә конкурста ҡатнашыусы балалар баһалама ағзалары алдында үҙҙәре менән таныштырып үтте. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың ата-әсәләре, туғандары тураһында, башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөткән ҡалала, Башҡортостанда, Уралда йәшәүҙәре менән ғорурланып туған башҡорт телендә һөйләүҙәре, ырыуҙарын, ырыу тамғаларын, ҡоштарын, ағастарын, орандарын белеүҙәре һоҡландырҙы.
Ағасмы, кешеме, тамыры ныҡ булғанда ғына бирешмәй йәшәй ала. Шәжәрә - ул быуындар бәйләнеше һәм башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған. Ә конкурста ҡатнашыусы балалар бәләкәйҙән үҙҙәренең шәжәрәһен белеп үҫә. Бәйгенең икенсе турында улар тап шул белгәндәрен һөйләп үтте. Бының өсөн улар ата-әсәләре менән төплө өйрәнелгән шәжәрә ағасын төҙөгән, уны үҙҙәренә генә хас сифаттар менән ҡағыҙ битенә төшөрөп-яҙып һүрәтләп биргән.
Шәжәрәләре менән таныштырған балаларҙың зирәк, һәләтле былыуҙары, йыр, бейеүгә, шиғыр һөйләүгә маһир булыуҙары ла асыҡланды. Кескәйҙәр быны өсөнсө турҙа иҫбатланы. Лилиә Ишҡолова һәм Риана Асҡарова моңло йыр йырлаһа, Арыҫлан Ирғәлин башҡорт егеттәре бейеүен башҡарҙы, Марат Хәлилов, Мәликә Мостафина, Рушана Әбүбәкерова, Әғилә Агишева рухлы шиғырҙарҙы ихласлап һөйләне.
Конкурс турҙары араһында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йырҙар башҡарҙы, милли уйындар уйнаны, мәҡәлдәр әйтеште.
Шулай итеп, жюри ағзалары баһаларына йомғаҡ яһау ваҡыты ла етте.
50-се башҡорт балалар баҡсаһында уҙғарылған «Минең шәжәрәм» конкурсы еңеүсеһе исеменә Арыҫлан Ирғәлин лайыҡ булды. Шуныһы ла мөһим, бәйгелә еңгән баланың шәжәрәһе «Аҡбуҙат» журналында баҫылып сығасаҡ.
1-се урынға Риана Асҡарова һәм Лилиә Ишҡолова сыҡты.
2-се урын Марат Хәлиловҡа һәм Мәликә Мостафинаға бирелде.
3-сө урынды Рушана Әбүбәкерова һәм Әғилә Агишева алды.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүгә индергән тос өлөшө һәм «Минең шәжәрәм» конкурсында ҡатнашҡандары өсөн балаларҙың ғаиләләре, шулай уҡ балаларҙы ошо конкурсҡа әҙерләгән тәрбиәселәр: Роза Бораҡановаға, Эльвира Фәхретдиноваға, Гөлназ Мәсәғүтоваға, Рәхимә Хәйбуллинаға, Гөлназ Мортазинаға, Гөлшат Хужахмәтоваға рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Балалар һеҙгә, афарин, тиергә генә ҡала. Һеҙҙең сығыштарҙы шул тиклем ҡыуанып ҡарап ултырҙыҡ. 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә һәм беҙҙең ҡалала ла ул байрам ителә. Минеңсә, бөтә башҡорттар үҙ телен белергә, туған телендә һөйләшергә тейеш. Һеҙ, балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ һәм бөгөнгө сараны күреп, беҙҙең киләсәк бик һәйбәт булыр, тип ышанабыҙ. Һеҙгә, шулай уҡ балалар баҡсаһы коллективына, ата-әсәләргә ошо сараны лайыҡлы кимәлдә уҙғарыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тип йомғаҡланы Шәжәрә байрамын Салауат башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: