газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Декабрь 2022, 10:00

Тырыш һәм өлгөр ҡыҙ

Ҡаланың 2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы Люциә Хәсәнова “Ваҡыт аша” республика иншалар конкурсында ике награда алып ҡайтты - “Проза” номинацияһында уның эше икенсе урынды алһа, “Шиғриәт”  номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ тип танылды. Уның иншаһы хеҙмәт бурысын башҡарғанда һәләк булған янғын һүндереүсе Виталий Хрычевҡа бағышланған.

Тырыш һәм өлгөр ҡыҙ
Тырыш һәм өлгөр ҡыҙ

Ҡаланың 2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы Люциә Хәсәнова “Ваҡыт аша” республика иншалар конкурсында ике награда алып ҡайтты - “Проза” номинацияһында уның эше икенсе урынды алһа, “Шиғриәт”  номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ тип танылды. Уның иншаһы хеҙмәт бурысын башҡарғанда һәләк булған янғын һүндереүсе Виталий Хрычевҡа бағышланған.

- Бөгөн мин бында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәкселегенең ҡушыуы буйынса Янғын һағы көнөнә һәм Дәүләт янғын надзоры органдары барлыҡҡа килеүенең 95 йыллығына арналған “Ваҡыт аша” республика иншалар конкурсында ижади эше юғары баһаланған Люциә Хәсәнованы ҡотлау өсөн килдем, - тине Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районының янғын надзоры буйынса баш дәүләт
инспекторы Сергей Дегтярев.
2-се кадет мәктәбе, янғын надзоры һәм 36-сы янғын часы үҙ-ара оҙаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр кадеттарҙы янғын-ҡулланма спортына өйрәтә, күптәре йәш янғын һүндереүселәр дружиналары араһындағы  ярыштарҙа ҡатнаша. Был эште ҡаланың бөтә мәктәптәрендә лә алып барабыҙ, әммә
тәрәнәйтелгән итеп кадет мәктәбендә генә, - тип аңлатып үтте Сергей Дегтярев.
Дипломдарҙы һәм татлы призды тапшырғанда уҡыусыны көслө алҡыштарға күмделәр. 
- Люциә Хәсәнованың еңеүе беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Салауатта балаларҙың һәм өлкәндәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн күп эшләнелә, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәренә даими өйрәтәләр. Шиғри-прозаик иншаның да ошоға
бағышланыуы ихтирамға лайыҡ, - тип билдәләп үтте ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, кадетҡа “Шайморатовсылар” энциклопедияһын бүләк итеп.
Люциәнең был һуңғы еңеүе булмауына уның менән таныш булғандарҙың барыһы ла ышана.
- Люциә бик күп конкурстарҙа ҡатнаша. Бөгөн бүләкләү тантанаһына ла ул немец теле буйынса олимпиаданан һуң килде. Был конкурс осраҡлы түгел: кадет мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн патриотизм,
Тыуған илгә һөйөү тойғоһо, үҙ ҡылығың өсөн шәхси яуаплылыҡ буш һүҙҙәр генә түгел, шуның өсөн иншаның һәр юлында - уҡыусының фекере, уның геройға булған рәхмәте. Эш барышында уға рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Фәйзуллина ярҙам итте, - ти талантлы ҡыҙ тураһында кадет мәктәбе директоры Ирина Панявина.
Киләсәктә ул хәрби врач булырға хыяллана, шуға күрә химия һәм биология фәндәрен тәрән өйрәнә. Кадет мәктәбен дә осраҡлы һайламаған. 
- Мин патриот, Тыуған илемде, шул иҫәптә кесе Ватаным - Салауат ҡалаһын һөйәм. Хәрби врач йәки кешеләргә матур йылмайыу бүләк итер өсөн теш врачы булырға хыялланам, - ти ул.
Владислав ФАРРАХОВ фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: