газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2022, 16:45

Технопарк - балалар киләсәгенә йүнәлеш

Ҡаланың 1-се гимназия нигеҙендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Кванториум” балалар технопаркы асылды. Хәҙер йәш салауаттар алдында үҙенсәлекле белем алыу мөмкинлектәре асыла: технопаркка йөрөп уҡыусылар робототехниканы, тирә-яҡ донъя төҙөлөшөн һәм тәбиғәт күренештәрен, осоусы аппараттарҙы, системаларҙы һәм башҡа күп нәмәне өйрәнә ала. 

Технопарк - балалар киләсәгенә йүнәлеш
Технопарк - балалар киләсәгенә йүнәлеш

Ҡаланың 1-се гимназия нигеҙендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Кванториум” балалар технопаркы асылды. Хәҙер йәш салауаттар алдында үҙенсәлекле белем алыу мөмкинлектәре асыла: технопаркка йөрөп уҡыусылар робототехниканы, тирә-яҡ донъя төҙөлөшөн һәм тәбиғәт күренештәрен, осоусы аппараттарҙы, системаларҙы һәм башҡа күп нәмәне өйрәнә ала. 

- Икенсе йыл рәттән “Кванториум”дың белем биреү ойошмаларында булдырылыуы шатлыҡлы, улар уҡытыу процесында ла, түңәрәк эшмәкәрлегендә лә ҡулланыу мөмкинлеген бирә, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова. - Башҡортостанда был яңыртылған кабинеттар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, битараф булмаған педагогтарҙан һәм ҡыҙыҡһыныусан балаларҙан торған икенсе “Кванториум”.  Тап ошондай шарттарҙа киләсәк инженерҙары һәм ғалимдары формалаша. 2024 йылда төбәктә ошондай биш технопарк булдырылыр, тип ышанабыҙ. Беҙ ҙур ҡалаларҙы, күп балалар уҡыған белем биреү ойошмаларын алдыҡ.
Республика ведомствоһының министр урынбаҫары “Заманса мәктәп” федераль проекты бөтөнләй яңы мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота, унда ижад өсөн майҙансыҡтар буласаҡ. Был амбициоз маҡсатҡа - Рәсәй мәғарифының иң яҡшы биш системаһы иҫәбенә инеүгә мөмкинлек бирәсәк.   
- Һис һүҙһеҙ, был дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһын берләштереүһеҙ мөмкин түгел, - тип билдәләй Инесса Косолапова. 
Технопаркта “Квантошахматтар”, “Энерджиквантум”, “Геоквантум”, “Аэроквантум”, “Наноквантум”, “Биоквантум” и “Хайтек” кеүек дисциплиналар буйынса дәрестәр алып барыла. Һәр йүнәлеш буйынса эш өсөн 500 квадрат метр майҙанлы кабинеттар әҙерләнгән, уларҙа капиталь ремон яһалған, ҡала бюджеты иҫәбенә махсус мебель, ә федераль аҡса иҫәбенә заманса юғары технологиялы ҡоҡролмалар алынған. 
- “Кванториум” - техник фәндәргә һәләте булған балалар шөғөлләнгән технопарк. Дәрестәр инженер фекерләүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән, был әлеге ваҡытта бигерәк тә актуаль. Мәктәп етәксеһе булараҡ, майҙансыҡтар үҫешергә теләгән балаларҙы йыйыуына шатмын, - тип бүлешә 1-се гимназия директоры Лариса Давыдова. - Әлеге ваҡытта “Кванториум”да 300-ләп гимназия уҡыусыһы шөғөлләнә. Был башланғыс этап. Киләсәктә бында тағы ла күберәк балалар йөрөр тип уйлайбыҙ. Икенсе этапта беҙ ҡаланың башҡа мәктәптәренән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер булабыҙ. 
Әйткәндәй, һәр теләгән Салауат ҡалаһы уҡыусыһы “Кванториум” технопаркындағы дәрестәргә яҙыла ала, бының өсөн мәғариф идаралығына йәки 1-се гимназия администрацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Кванториум”да шөғөлләнеү бушлай. 
- Минеңсә, балалар технопаркы киләәсккә йәш кадрҙар әҙерләүгә яҡшы нигеҙ булып тора. Ошо проект арҡаһында беҙ техник ижад һәм конструкторлау менән таныштыра, инженер һөнәрҙәренә һөйөү уята алырбыҙ. Технопарк - киләсәккә, беҙҙең балалар үҫешенә инвестициялар, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов. 
“Биоквантум” дисциплинаһының “Беҙҙең тирәләге микрофлора” оҫталыҡ дәресендә туғыҙынсы класс уҡыусылары тәжрибәле педагогтары Зинфира Халиҡова етәкселегендә шөғөлләнә. 
- Донъя биоллогтарының төп маҡсаттарының береһе - кеше һаулығын һаҡлау. Был лаборатория беҙгә баш мейеһенең энцефалограммаһын эшләргә, пульсты, ҡан баҫымын  үлсәргә, ЭКГ төшөрөргә һәм хатта бер приборҙы алдауҙы асыҡлаусы детектор итеп файҙаланырға мөмкинлек бирә. Микроскоптар ярҙамында тупраҡты тикшерәбеҙ, коловраттарҙы (селәүсендәрҙең бер төрө) күрҙек, ер нематодтарын (микроскопик селәүсен организмдары) таптыҡ. Балалар барыһын да үҙләштерҙе, - тип һөйләй уҡыусыларҙың остазы. 
- Беҙ “Кванториум” асылыуына бик шат. Бөгөн ЭКГ һәм нейрологияны өйрәнәбеҙ. Был белем киләсәктә кәрәк буласаҡ, сөнки беҙ Ырымбурҙағы медицина университетына кардиохирургҡа һәм балалар онкологына уҡырға теләйбеҙ, - тип бүлешә 9 в класы уҡыусылары Аделина Маликова һәм Камилла Әмирова. 
- Бында күберәк яңы нимәләр хаҡында белеү өсөн килдек. “Кванториум”ға бөтәһе лә йөрөй ала. Беҙ тикшеренеү эше башҡарҙыҡ, бик оҡшаны, - тип бүлешә класташтар Эрнест Насретдинов, Кирил Кушаев һәм Александр Исаев. 
- Беҙҙең гимназияла “Кванториум” асылыуына бик шатмын. Бының арҡаһында мөмкинлектәр артты, бигерәк тә микроорганизмдарҙы өйрәнеү өлкәһендә. Хәҙер бында бик шәп йыһаздар бар, - ти микроскоп аша тере донъяны өйрәнеүсе 9а класы уҡыусыһы Владислав Шевченко. - Был өлкәгә ҡыҙыҡһыныу 5-се класта барлыҡҡа килде. Өйҙә микроскобым юҡ, әсәйемдең эшендә бар, ул цитолог булып эшләй. Әсәйем күп нәмәгә өйрәтте, күрһәтте һәм һөйләне, хәҙер ҙә күп кенә һорауҙарҙа ярҙам итә. Киләсәктә врач булырмын, моғайын. 
 
Алена Бизикина фотоһы.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: