газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Ноябрь 2022, 15:00

Яңы хәрәкәттә - әүҙем йәштәр

Ҡаланың 21-се мәктәбендә “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт. NEXT” республика проектының резиденцияһы асылды.

Яңы хәрәкәттә - әүҙем йәштәр
Яңы хәрәкәттә - әүҙем йәштәр

Ҡаланың 21-се мәктәбендә “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт. NEXT” республика проектының резиденцияһы асылды. Проект республиканың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
- Был проект былтыр уҡ булдырылды һәм үҙ эшен быйыл да дауам итә, шуға ул тап “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт. NEXT” тип атала, сөнки NEXT һүҙе дауам итеү тигәнде аңлата. Былтыр проектта 21-се һәм 22-се мәктәптәр ҡатнашты. Улар йыл дауамында остаздары ярҙамында яҙған социаль проекттарын яҡланы. Йомғаҡлау тантанаһы булып Өфөлә форум уҙҙы. Быйыл да ошо юҫыҡта эште башҡарабыҙ. Беҙгә 21-се һәм 22-се мәктәптән тыш, 20-се, 24-се һәм 7-се мәктәптәр ҡушылды. Проект уҡыусыларҙа командала эшләй белеү һәләтен, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерергә булышлыҡ итә, - тип билдәләп үтте проект етәксеһе Роза Иманғолова.
Форумда ҡатнашыусыларҙы 21-се мәктәп директоры Ольга Урванцева сәләмләп, барыһына ла һөҙөмтәле эш, яңы белемдәр, тәьҫораттар алыуҙарын, дуҫтар табыуҙарын теләне һәм бында ҡаланың иң әүҙем, креатив өлкән класс уҡыусылары йыйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Һуңынан ҡатнашыусылар дүрт командаға бүленеп эштәрен “Флешмоб”, “Фото һәм видеомэйкинг”, “Арт-Тимбилдинг”, “Нетворинг” майҙансыҡтарында дауам итте. Уларҙың һәр ҡайһыһында ойоштороусылар тарафынан мауыҡтырғыс программалар әҙерләгәйне. Әйтәйек, “Флешмоб” станцияһында балалалар флешмоб өсөн ябай хәрәкәттәр өйрәнде. Һуңынан бергәләп бейенеләр. Ә “Фото һәм видеомэйкинг”та фотоаппарат менән яҡындан таныштылар, уның менән нисек ҡулланырға, сифатлы фотоһүрәт эшләргә, видео төшөрөү нескәлектеренә төшөндөләр. Фотоаппарат ябай ғына әйбер кеүек күренһә лә, нескәлектәре бик күп икән. “Арт-Тимбилдинг”та үҫмерҙәрҙе командала эшләргә өйрәттеләр. Уларға был станцияла үҙ командаларының логотибын бергәләп төшөрөргә ҡушылды. “Нетворинг”та бер-берең менән нисек һүҙһеҙ аңлашырға кәрәклеге тураһында белделәр. Балалар был станцияла шулай уҡ ябай ғына предметтарҙан кешелек өсөн файҙалы әйбер уйлап та табырға тейеш ине.
Ҡатнашыусылар белдереүенсә, бөтә станциялар ҙа файҙалы, алған мәғлүмәттәр ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булған.
- Командабыҙ менән бирелгән бөтә эштәрҙе теүәл башҡарырға тырыштыҡ. Шәхсән миңә “Фото һәм видеомэйкинг” станцияһы айырыуса оҡшаны. Беҙ бөтәбеҙ ҙә фото төшөрә беләбеҙ, әммә нескәлектәренә төшөнөп етмәйбеҙ, әйтәйек диафрагманың, исоның нимә икәнлеген белеү бик мауыҡтырғыс булды, - ти “Экологтар” командаһы лидеры Елизавета Пивцайкина.
Бындай проекттарҙа ҡатнашыу төрлө яҡлап үҫешергә, һәләттәрҙе асырға, камилллашырға, фекерләү ҡеүәһен арттырырға ярҙам итә, тигән фекерҙә уҡыусылар.
Эвелина Халиҡова, 21-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы:
- Былтыр остазым Галина Дмитриевна менән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һаулыҡтарын нығыта алһын өсөн мәктәбебеҙҙә тоҙ шахтаһын булдырыуға йүнәлтелгән проект яҙҙым. Эшебеҙҙе конкурсҡа ебәрҙек һәм ул иң яҡшылар иҫәбенә инде. Ошондай проекттар уҡыусыларға заманса донъяла кәрәкле белемдәр алырға ярҙам итә. Проект яҙғанда төрлө яҡлап үҫешәһең, донъяны танып-беләһең. Мин ирешелгәндә генә туҡтап ҡалмаясаҡмын. Әле беҙ инвалид һәм мобилизацияланғандарҙың балаларына ярҙамға йүнәлтелгән проект өҫтөндә эш башланыҡ, - ти өлгөр ҡыҙ.
Владимир Редькин, 22-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы:
- Былтыр беҙ команда менән проектыбыҙҙы яҡланыҡ. Мин уның “креатив директоры” булдым. “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт.NEXT” дауам итеүенә һәм унда ҡабаттан ҡатнашыуыма шатмын. “Work on” тип аталған проектыбыҙ уҡытыусыларҙан һәм ата-әсәләрҙән башҡа, әммә уларҙың контроле аҫтында үҫмерҙәрҙең үҙ-ара аралашыу урынын булдырыу зарурлығы тураһында һөйләне. Беҙ уны Өфөлә Каринэ Владимировна алдында “Уңыш инсайты” фестивалендә яҡланыҡ, грант оттоҡ һәм уны йыл буйы бойомға ашырҙыҡ. Тиҫтерҙәремә лә ҡатнашығыҙ, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ, тип әйтер инем. Был ижади һәләттәрҙе асырға, яңы, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға мөмкинлек бирә, - ти “креатив директор”.
Барлыҡ станцияларҙы үткәндән һуң уҡыусылар ҡабат бергә йыйылды. Уларҙы “Тыныслыҡ” психологик ярҙам үҙәге директоры Гөлнара Овтинанан оҫталыҡ дәресе көтә ине. Психолог балалар алдында сығыш яһап, уларҙы уңышҡа ирешеү серҙәренә төшөндөрҙө, лидерлыҡ сифаттарын нисек үҫтереү, үҙ көсөңә ышанырға кәрәклеге, һөнәр һайлауҙың яуаплы эш булыуы тураһында һөйләне.
Форум бергәләп флешмоб бейеү менән тамамланды һәм проект резиденцияһы тантаналы асылды, тип иғлан ителде.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: