газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2022, 09:45

Заманса белем биреү майҙансығы

Салауатта 25-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә «IT-Куб» һанлы белем биреү үҙәге асылды. «IT-Куб» һанлы белем биреү үҙәге “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты сиктәрендә булдырылған. Ул балалар тарафынан мәғлүмәти-телекоммуникацион технологиялар өлкәһендәге актуаль һәм талап ителгән белемде, дәрестәрҙе һәм компетенцияларҙы үҙләштереүгә, шулай уҡ балаларҙың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү, уларҙың һөнәри йүнәлешен билдәләү, математик, мәғлүмәти грамоталылыҡты үҫтереү, критик һәм креатив фекер алыу өсөн шарттар булдырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Заманса белем биреү майҙансығы
Заманса белем биреү майҙансығы

Салауатта 25-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә «IT-Куб» һанлы белем биреү үҙәге асылды.
«IT-Куб» һанлы белем биреү үҙәге “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты сиктәрендә булдырылған. Ул балалар тарафынан мәғлүмәти-телекоммуникацион технологиялар өлкәһендәге актуаль һәм талап ителгән белемде, дәрестәрҙе һәм компетенцияларҙы үҙләштереүгә, шулай уҡ балаларҙың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү, уларҙың һөнәри йүнәлешен билдәләү, математик, мәғлүмәти грамоталылыҡты үҫтереү, критик һәм креатив фекер алыу өсөн шарттар булдырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«IT-куб»та ла белем 6 йүнәлеш буйынса алып барыла: роботтарҙы программалау, Python, Java телдәрендә программалау, кибергигиена һәм ҙур мәғлүмәттәр менән эшләү, VR/AR ҡушымталар әҙерләү, алгоритмика һәм логика.
Беҙҙең ҡалала бындай үҙәк тәүгеләрҙән булып иҫәпләнә, тип билдәләй 25-се башҡорт гимназияһы директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.
- Үҙәк өҫтәмә белем биреүҙе, заманса һанлы технологиялар һәм информатика тематикаһы буйынса сараларҙы, яһалма интеллект технологиялары менән танышыуҙы, шулай уҡ һанлы грамоталылыҡ һәм һанлы хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Үҙәктә уҡыу - һөнәри киләсәккә бер аҙым, ул балаларға һөнәри йүнәлештә һәм заманса фән һәм техника үҫешенә адаптацияланған инженер-технологик, IT-белем биреүҙең тәүге һөнәри өлгөләре менән танышыуға мөмкинлек бирә, - ти ул.
Белем биреү усағының өсөнсө ҡатында урынлашҡан үҙәк кабинеттары тулыһынса яңырыу кисергән, улар иң заманса техника, компьютерҙар, программа комплекстары менән йыһаздандырылған. Был балаға ололар теге йәки был иҡтисад тармағында ҡулланған IT-технологияларҙы өйрәнергә мөмкинлек бирә.
«IT-куб» һанлы белем биреү үҙәгенда әлеге ваҡытта 207 уҡыусы шөғөлләнә, уларҙың һаны үҙгәрә, сөнки кемдер китә, яңылар яҙыла. Төп өлөштө башҡорт гимназияһы уҡыусылары тәшкил итә, 40-ҡа яҡын бала ҡаланың башҡа мәктәптәренән килә. Мәҫәлән, 23-сө мәктәптең 10-сы класс уҡыусылары селтәр хеҙмәттәшлеге килешеүе нигеҙендә Python телендә программалау дәрестәренә йөрөй. Әлегә уҡыусылар нигеҙҙе өйрәнә, һуңынан юғарыраҡ баҫҡысҡа, ғәмәли математикаға, сәнәғәт программалауға күсәсәк.
Гимназия уҡытыусыһы Хәниф Ниғмәтуллин балаларҙы робототехника серҙәненә төшөндөрә, башҡа йүнәлештәр буйынса Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжын ғәмәли информатика йүнәлеше буйынса тамамлаусы өҫтәмә белем биреү педагогтары белем бирә. Бар уҡытыусылар ҙа квалификация күтәреү курстарын үткән.
Шуныһы ла мөһим, балалар өҫтәмә белемде бушлай ала.
- Үҙәктә 5-сенән алып 11-сегә тиклемге класс уҡыусылары шөғөлләнә, киләсәктә башланғыс класс уҡыусылары өсөн дә түңәрәктәр асырға өмөт итәбеҙ, - ти Фирҙәүес Хисмәтуллина. - Был үҙәк, тәү сиратта, балаларға дәрестән тыш ваҡыттарын файҙа менән уҙғарырға, шулай уҡ киләсәккә һөнәр йүнәлешен билдәләргә ярҙам итә. Бынан тыш, үҙәктәге дәрестәр өҫтәмә белем биреүгә, интернетты дөрөҫ һәм хәүефһеҙ ҡулланырға өйрәтә һәм, һис һүҙһеҙ, уларҙың фекерләү ҡеүәһен арттыра, үҙ-үҙенә талапсанлығын арттыра, алдарына маҡсат ҡуйып, уларға ирешеүгә булышлыҡ итә.
Үҙәкте тантаналы асыу сараһында ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар: Башҡортостан республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның урынбаҫары Олеся Арестова, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишеваны үҙәк эше менән гимназия директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина таыштырҙы. Педагогтар үҙҙәре алып барған һәр йүнәлеш, уларҙың тәрбиәләнеүселәре нимә менән шөғөлләнәсәге тураһында һөйләне. Министр урынбаҫары Инесса Косолапова виртуаль ысынбарлыҡ мөғжизәһен үҙе файҙаланып ҡараны.
Үҙәктә 11 йәштән 17-гә тиклем балалар шөғөлләнә. Уҡыусылар программалау телен үҙләштерә, мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымталар яҙырға, ҙур мәғлүмәттәр менән эшләргә, виртуаль ысынбарлыҡ булдырырға өйрәнә. Программа бер нисә йылға иҫәпләнгән. Белем алыу һөҙөмтәһендә йәштәр үҙ аллы мәғлүмәт системаларын булдырырға өйрәнә. Сығарылыш уҡыусылары курсты тамамлау тураһында сертификат ала. Программалау нигеҙҙәре дәрестәренә өҫтәп логика менән ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе берләштергән шахмат буйынса күнекмәләр ҙә үтә.
- Беҙ бөгөн мәғариф системаһы өсөн бөтөнләй яңы мөхит күрәбеҙ. «IT-Куб»тың үҙенсәлеге балалар 5-се кластан алып уҡ программалау, роботехника һәм башҡа IT йүнәлештәрҙе үҙләштереүендә. Хәҙерге заманда IT тармаҡ бик ныҡ үҫешә, бер генә өлкә лә IT белгестәрһеҙ эш итә алмай. Шуға күрә юғары класлы һөнәрмәндәр талап ителә. Был йүнәлештә 5-се кластан уҡ белем бирелә башлаһа, йәштәрҙең 11-се класҡа тиклем үҙ программалары, продукттары буласаҡ, - тип билдәләне республиканың мәғариф министры урынбаҫары һәм Салауат «IT-Куб»ының башҡа үҙәктәрҙән иң заманса йыһаздар менән тәьмин ителеүе менән айырылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бөгөн беҙҙең ҡалала, ысынлап та, ҙур ваҡиға. Беҙ рәсми рәүештә «IT-Куб» асабыҙ. Ул заман талаптарына яуап бирә, мәғарифты, балаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, ул беҙҙең балалар, яңы кадрҙар үҫеше өсөн яҡшы нигеҙ, мәғлүмәт алыу, заманса ҡорамалдарҙа эшләү, практика үтеү өсөн һәйбәт мөмкинлек. Ул йәштәргә киләсәк һөнәрен һайлауға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. «IT-Куб»тың бушлай белем биреү майҙансығы булыуы ла мөһимдер, - тип һығымта яһаны үҙәк эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң Игорь Миронов.
Һанлы белем биреү үҙәктән тыш, ҡунаҡтар гимназияның төрлө йүнәлештә эш алып барған технология кабинеты эшмәкәрлеге һәм республикалағы иң яҡшы мәктәп музейҙарының береһе булып танылған, экспонаттары уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан йыйылған бай мәктәп музейы менән дә танышты.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: