газета "Салауат"
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Октябрь 2022, 09:47

Кескәйҙәргә йылы ҡараш

Быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү инновацион майҙансыҡтарҙың “Педагог-новатор” республика фестивале уҙҙы. Бер майҙансыҡ беҙҙең ҡалала 18-се балалар баҡсаһы нигеҙендә  ойошторолдо.

Кескәйҙәргә йылы ҡараш
Кескәйҙәргә йылы ҡараш

Быйыл Башҡортостанда беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү инновацион майҙансыҡтарҙың “Педагог-новатор” республика фестивале уҙҙы. Бер майҙансыҡ беҙҙең ҡалала 18-се балалар баҡсаһы нигеҙендә  ойошторолдо.

- Республика ҡала-райондарында ойошторолған туғыҙ майҙансыҡтың һәр береһендә мәктәпкәсә белем биреүҙең актуаль һорауҙары күтәрелә. Инклюзив белем биреү, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар
менән эшләү көнүҙәк булып тора. Майҙансыҡтарҙы билдәләгәндә, Салауатты иң беренсе булып күрһәттек, сөнки ҡалала инклюзив белем биреү  яҡшы үҫешкән, ә әлеге балалар баҡсаһының яҡшы эш һөҙөмтәләре,
еңеүҙәре, ҡаҙаныштары бар. Һәр кем был саранан үҙе өсөн файҙалы мәғлүмәт алыр, яңы эш йүнәлештәрен билдәләр, тип уйлайым. Фестиваль киләсәктә йыл да үткәрелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ, - тине республиканың мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Алина Ғәлина.
Ҡатнашыусыларҙы ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева сәләмләһә, 18-се балалар баҡсаһы мөдире Елена Бичерова ошо учреждениеның эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
- Беҙҙең балалар баҡсаһына төрлө яҡтан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр йөрөй. Улар айырыуса иғтибарға, йылы  ҡарашҡа, ярҙамға һәм аңлауға мохтаж. Педагогтарҙың юғары профессионализмы, үҙ һөнәрҙәренә тоғро булыуы балаларҙа яңы һәләттәр аса, улар һәр балаға индивидуаль ҡарашта. Тәрбиәселәр белемен даими камиллаштыра, яңы эш алымдарын үҙләштерә. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион-үҫеш мөхите булдырылған, белгестәрҙең кабинеттары тейешенсә йыһазландырылған, - тине мөдир.
Артабан фестивалдә ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп майҙансыҡтарға таралышты. Уларға дефектологтарҙың, логопедтарҙың ниндәй алымдар ҡулланып эшләүе, яңы интерактив ҡорамалдар күрһәтелде. 
Сенсор бүлмәһенә килеп кереү менән, ҡатнашыусыларҙың әйтеүенсә, әкиәти, мөғжизәле мөхиткә килеп эләгәһең. 
- Сенсор бүлмәһе - бала өсөн тылсымлы донъя. Бында бала ыңғай хис-тойғолар алһын өсөн бөтә шарттар булдырылған. Уңайлы йомшаҡ ултырғыстарҙа талғын ғына моңло көй тыңлап, йондоҙло һауаны күҙәткән
сабый бөтөнләй икенсе мөхиткә эләгә. Бындай бүлмәлә улар үҙҙәрен яҡлаулы, ҡурсаулы тоя, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, үҙенә ышанысы арта, - ти педагог-психолог Елена Макаренко.
Балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Татьяна Иркәбаева танып- белеү бүлмәһе менән таныштырып, интерактив ҡорамалдарҙың баланың төрлө яҡлап үҫешеүенә булышлыҡ итеүе тураһында һөйләне.
- Индивидуаль дәрестәр өсөн бында интерактив таҡта һәм балалар өсөн мониторҙар урынлаштырылған. Улар баланың хәтерен яҡшыра, фекерләү ҡеүәһен арттыра, моториканы үҫтерә. Тәрбиәләнеүселәр ҙур теләк
менән шөғөлләнә. Педагогтар һәр дәрес программаһын ҡыҙыҡлы, төрлөләндереп төҙөгәнгә күрә, балалар ялҡмай, арымай, - тине ул.
Майҙансыҡтарҙа эш тамамланғандан һуң барлыҡ ҡатнашыусылар фекер алышыуға йыйылды, саранан ыңғай тәьҫораттар алып таралышты.
- Бөгөнгө фестивалгә башҡаларҙың нисек эшләүен, үҙенсәлекле балалар менән эште нисек ойошторорға кәрәклекте күрергә, тәжрибә уртаҡлашырға килдек. Күп ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәт тупланыҡ, уларҙы
киләсәктә үҙебеҙҙең эшебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ. 18-се балалар баҡсаһында үҙ эшенә тоғро, тәжрибәле педагогтар эшләүенә шаһит булдыҡ. Беҙҙең районда барлығы алты балалар баҡсаһы бар. Мин етәкләгән учреждениела 163 бала тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай махсус балалар баҡсаһы юҡ, ә ихтыяж ҙур. Йылдан-йыл ишетеү, күреү һәләте насар булған балалар арта. Улар айырым шарттар булдырылмаған
ғәҙәти балалар баҡсаһына йөрөргә мәжбүр. Үҙебеҙҙә лә ошондай махсус мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһын булдырыу балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә күп кенә проблемаларҙан арынырға ярҙам
итер ине. Киләсәккә ҡорған пландар, маҡсаттар ҙур, - ти Бижбүләк районы Бижбүләк ауылының “Умка” балалар баҡсаһы мөдире Флүрә Вәлиева.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: