газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь 2022, 13:05

Яңы микрорайонда мәктәп буласаҡ

Салауат ҡалаһының 75 йыллығына Салауатта 1 175 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөләсәк.

Яңы микрорайонда мәктәп буласаҡ
Яңы микрорайонда мәктәп буласаҡ

Салауат ҡалаһының 75 йыллығына Салауатта 1 175 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөләсәк.

1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се кварталдар ингән “Көнсығыш” микрорайонында яңы мәктәп һалынасағы тураһында яңылыҡ 2021 йылдың мартында барлыҡҡа килде. Ул ваҡытта проект буйынса смета документацияһы әҙер ине һәм төҙәтмәләр индереү өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт экспертиза идаралығында ине. Ваҡыт үтә торҙо, әммә төҙөлөш һаман башланманы. 2021 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбиров Салауатҡа эшлекле сәфәре барышында ҡаланың 75 йыллығына 1 175 урынлыҡ яңы мәктәп ҡалҡып сығырға тейеш тигән асыҡ бурыс ҡуйҙы. Ул ваҡыттан бирле нимә эшләнгән һәм билдәләнгән срокка ысынлап та белем биреү учреждениеһы ҡалҡып сығырмы?
Ҡала үҫә, яңы йорттар һалына, әммә Салауатта 30 йылдан ашыу яңы мәктәп төҙөлгәне юҡ.
- Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов әйтеүенсә, һуңғы тапҡыр бында яңы мәктәп 1994 йылда асылған. Шул уҡ ваҡытта ҡала үҫә, йәш микрорайон барлыҡҡа килгән. Шуға мәктәпте төҙөйбеҙ. Был ҡаланың юбилейына Салауат халҡына лайыҡлы бүләк буласаҡ, - тип билдәләгәйне төбәк башлығы декабрҙә ҡалаға килгәндә.
Әлегә ҡәҙәр төҙөлөш һаман да башланмаған. Ни өсөн? Эш шунда, смета документацияһы әҙерләнеп, бөтә төр тикшереүҙәрҙе үтһә лә, мәктәпте һалыуға финанслау булмаған.
Ошо көндәрҙә яҡшы хәбәр билдәле булды, 25 августа мәктәпте төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән һәм уны һалыу буйынса подряд ойшманы эҙләү башлана.
- Бекетов урамы һәм С.Юлаев бульвары киҫелеше районында мәктәп төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителгән, финанслау бүленгән. 2022 йылдың август аҙағына тиклем подряд ойошманы билдәләү буйынса аукцион документтарын әҙерләйбеҙ, ул йыл аҙағына тиклем белем усағының төҙөлөшөнә тотонорға тейеш, - тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - төҙөлөш, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Тимур Хафизов.
Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, мәктәп С.Юлаев бульвары һәм Бекетов урамы киҫелешенән төньяҡ-көнбайыштараҡ биләмәлә яңы төрҙәге белем биреү усағы булараҡ һалынасаҡ. Уда ике спорт залы, медицина һәм стоматология кабинеттары, шулай уҡ 504 уҡыусыға иҫәпләнгән ашхана булдырыу ҡаралған.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: