газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2022, 14:50

Белем һәм тәрбиә биреү - оло бурыс

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Салауатта йола буйынса мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтте. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенә йыйылған педагогтар уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, киләһенә пландар билдәләне.

Белем һәм тәрбиә биреү - оло бурыс
Белем һәм тәрбиә биреү - оло бурыс

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Салауатта йола буйынса мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтте. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенә йыйылған педагогтар уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, киләһенә пландар билдәләне.

Уҡытыусыларҙың оло ҡоронда Башҡортостан хөкүмәте, ҡала хакимиәте, төрлө кимәлдәге депутаттар, йәмәғәтселәр ҡатнашты.
- Мәғарифты үҫтереү ҡала хакимиәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Салауатта “Мәғариф” милли проектының барлыҡ саралары палнлаштырылған күрһәткестәргә ярашлы башҡарыла. Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым, ижади эш һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем, - тип ҡотланы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
- Август кәңәшмәһе - ҡаланың медагогик йәмәғәтселеге өсөн йомғаҡтар һәм перспективалар тураһында асыҡ һөйләшеү өсөн традицион урын. Бөгөн мәғариф системаһы яңы заман саҡырыуҙары шарттарында эшләй. Берҙәм белем, тәрбиә биреү, мәғлүмәти һәм идеология мөхитен булдырыу көнүҙәк булып тора. Салауат мәғариф системаһы Рәсәй мәғариф үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө бурыстарын башҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, - тине үҙенең сығышында ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева.

Яңырыу юлында
Быйыл Салауат ҡалаһының бер нисә мәктәбе яңыртылған. Улар араһында коррекцион мәктәптә ремонт, 1-се гимназияла «Заманса мәктәп» проекты сиктәрендә «Кванториум» технопарк асыу өсөн уҡыу кабинеттарында ремонт эштәре башҡарылған. Бынан тыш, 25-се башҡорт гимназияһында «Һанлы белем биреү мөхите» төбәк проекты сиктәрендә балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге эшен башлаясаҡ. Шулай уҡ 1 сентябрҙән бөтә мәғариф учреждениеларында Мәктәп театрҙары асыласаҡ.
Башҡортостан «Рәсәй Мәғариф министрлығы мәктәбе» проектын тормошҡа ашырыу өсөн пилот төбәк булып тора. Ул бөтә норматив документтарҙы интеграциялап белем биреү, тәрбиә эшен ойоштороу, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү һәм уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк. Салауатта был проект сиктәрендә бер юлы дүрт мәктәп эшмәкәрлеген алып барасаҡ.

Мәктәпкәсә белем биреү
Салауат балалар баҡсаларында сират юҡ һәм сабыйҙарҙың уңайлы һәм хәүефһеҙ белем, тәрбиә алыу өсөн шарттар булдырыла. 54-се, 58-се балалар баҡсаларының ҡыйыҡтарына капиталь ремонт, 22-се балалар баҡсаһына ҡыйығына ағымдағы ремонт башҡарылған. Ҡалала 1 йәштән алып 6 йәшкә тиклем балаларҙы балалар баҡсаһындағы урындар менән тәьмин итеү 100 процент тәшкил итә.

Өлгәшеү кимәле һәм сифаты
2021-2022 уҡыу йылында ҡалала белем биреү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән бик күп саралар тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта был төп һәм урта дөйөм белем биреү программаһы буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы. Бөтә төр имтихандар билдәләнгән срокта һәм федераль, төбәк һәм муниципаль норматив-хоҡуҡи документтарға ярашлы уҙғарылған. 447 сығарылыш уҡыусыһы урта дөйөм белем биреү тураһында аттестат алған. Уларҙың 36-һы яҡшы билдәләргә таммалауы хаҡында аттестат алған һәм «Баллы бал» байрамында «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән наградланған.
- 2021-2022 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса өлгәшеү тотороҡло һәм 100 процент тәшкил итте. Уҡыусыларҙың белем сифаты 55,9 процент тәшкил итә, был алдағы йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда, 4 процентҡа юғарыраҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 9-сы класты тамамлаусы 114 бала өҫтәмә осор ваҡытында имтихандарын ҡабаттан тапшыра. Бынан тыш, быйыл беҙҙә йөҙ бал йыйыусылар юҡ һәм юғары баллы эштәр проценты кәмене, - тип һөйләне Марина Вишева. - Был осраҡта һөҙөмтәләргә һәм конкрет һәр предмет буйынса уртаса балдарҙың төшөү сәбәптәренә төрлө яҡлап анализ яһау талап ителә, - тип мөрәжәғәт итте ул мәктәп директорҙарына һәм уҡытыусыларына.

Патриотик тәрбиә
12 августа республика Башлығы Радий Хәбиров мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышын асҡанда әлеге ваҡытта педагогтарҙан һәм ата-әсәләр йәмәғәтселегенән тарафынан ныҡлы көс талап иткән өҫтөнлөклө бурыс - ул патриотик тәрбиәне ойоштороу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ошоға бәйле мәктәптәрҙә хәрби яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә класс сәғәттәре, шулай уҡ патриотик тәрбиәнең иң яҡшы ойошмаларына республика конкурсы уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа аҙна Дәүләт флагтарын күтәреү һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланасаҡ. Әйткәндәй, ҡалала тәүгә 25-се башҡорт гимназияһында шайморатовсылар класы асыла.

Тарихҡа таяныу – тәрбиә нигеҙе
Бөгөнгө көндә педагогик йәмәғәтселеге алдында мөһим бурыс тора - мәҙәниәтле, ижади шәхес тәрбиәләү. Быны тарихҡа таянмай эшләп булмай. Ҡалала Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, шулай уҡ Башҡорт һәм рухи мираҫ йылына арналған бик күп саралар үткәрелә.
- Уҡытыусыларҙың иңендә мөһим бурыс - беҙҙең киләсәкте тәрбиәләү. Яңы быуында Тыуған илгә һөйөү рухында тәрбиәләү хәҙерге замандың мөһим проблемаһы. Беҙҙең тарихҡа, идеалдарға һәм әхлаҡи нигеҙҙәргә таянып беҙ мәктәптәге белем биреү өҫтөнлөктәрен билдәләй алабыҙ, - тине Бөтә доъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) аппаратының территориялар менән эшләү буйынса бүлек етәксеһе Гөлназ Һөйәрғолова.
Әйткәндәй, был берләшмә ҡала хакимиәте һәм йәмәғәт ойошмалары менән актив эш алып бара. Уңышлы хеҙмәттәшлек арҡаһында, 2020 йылдан алып бер нисә онлайн кәңәшмә уҙғарылған. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡалаға бер нисә тапҡыр килеп дөйөм белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптә 25-се башҡорт гимназияһында була.
- Шулай уҡ беҙҙең арала «2020-2024 йылдарҙа Салауат ҡалаһы территорияһында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан законын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылған. Хакимиәт башлығы Игорь Миронов һәм уның командаһы, ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр комитетына телде, тарихты, беҙҙең халыҡтың милли йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса фиҙаҡәр хеҙмәт алып барыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм, - тип өҫтәне Гөлназ Һөйәрғолова.

Уҡытыусы абруйын күтәреү
Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде.
- Беҙҙең дөйөм бурыс - педагог һөнәренең абруйын күтәреү, уның социаль яҡланған булыуын арттырыу. Республикала уҡытыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән гранттар бүленә. Уҡытыусылар алдына мөһим һәм яуаплы бурыс ҡуйылған - XXI быуат мәғарифының юғары кимәленә тап килеү. Бының өсөн башҡа төбәктәрҙең иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнеү, йәш кадрҙар өсөн остазлыҡтың һөҙөмтәле механизмын көйләү талап ителә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүдәт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
- Заман шарттарында инновацион эшмәкәрлеккә әҙерлек - педагогтың мөһим сифаты, унһыҙ юғары педагогик оҫталыҡҡа ирешеү мөмкин түгел. Хәҙерге заманда беҙ уҡытыусы абруйын күтәрергә тейеш һәм 2023 йылда был йүнәлештә эште әҙемләштерергә бурыслы, - тип өҫтәне Марина Вишева. - Йәш кадрҙарҙың яраҡлашыуы өсөн белем биреү учреждениеларында остазлыҡ һәм «Йәш уҡытыусы мәктәбе» ҡала проекты ойошторолған. Кадрҙар дефицитын бөтөрөү өсөн сығарылыш уҡыусыларын педагогик һөнәрҙәр буйынса маҡсатлы уҡытыуға ебәреү, шулай уҡ психология-педагогик кластар мөмкинлектәрен тулы ҡеүәттә ҡулланыу кәрәк.
- Һис һүҙһеҙ, мәғариф системаһын кадрҙар, метод һәм мөнәсәбәт билдәләй. Июндә Рәсәй мәғариф академияһының тәрбиә институты уҡыусыларҙың, йәштәрҙең, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең ценностный йүнәлештәр буйынса мониторинг уҙғара. Ул 85 төбәкте һәм 200 мең респондентты үҙ эсенә ала. Мониторинг һөҙөмтәһе буйынса, педагогтарға мотивация етешмәүе асыҡлана. Был белем биреүгә хеҙмәт күрһәтеүгә кеүек ҡарау, балаларға һәм ата-әсәләрҙә педагогтарҙың хеҙмәтенә ҡулланыусылар характерын йөрөтөүе, педагогтың абруйы әлеге ваҡытта бик түбән булыуы менән аңлатыла. Бындай шарттарҙа педагог уҡыусылар өсөн маҡсатлы йүнәлеш биреүсе булыуы мөмкин, - тип билдәләне БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыров.

Хеҙмәткә лайыҡлы баһа
Был көндө дөйөм белем биреү учреждениеларының 14 педагогы юғары наградаларға: күкрәккә таға торған билдәләргә, маҡтау грамоларына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре” күкрәккә таға торған билдә менән балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге директоры Светлана Ғәбитова бүләкләнде.
18-се балалар баҡсаһы лайыҡлы наградаһы - “Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәптәре - 2022” IX Бөтә Рәсәй конкурсының “Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы” номинацияһында еңеүсе дипломын алды.
“Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы” билдәһе 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ҡолмөхәмәтоваға, 18-се балалар баҡсаһы логопеды уҡытыусыһы Светлана Колесниковаға һәм 4-се мәктәп директоры Светлана Турченковаға тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән 1-се гимназияның тарих һәм йәмғиәт өйрәнеү уҡытыусыһы, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса ойоштороусы-педагог Владимир Абраменко билдәләнде.
Ул 21-се мәктәп директоры Ольга Урванцеваны һәм 7-се балалар баҡсаһы мөдире Лилиә Хәлимованы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) Рәхмәт хаттары ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары 2-се гимназиянан Рәйлә Күсмәеваға, 22-се мәктәптән Тәғзимә Батыршинаға, 8-се лицейҙан Зәлиә Хәсәноваға, 7-се мәктәптән Зәлиә Иҙрисоваға, 24-се мәктәптән Лилиә Сәлишеваға тапшырылды. Шулай уҡ балаларҙың туған телдә белем алыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуы һәм йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе өсөн Салауат мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева наградланды.


Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: