Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2022, 20:05

Тәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргә

1 сентябрь - күптәр өсөн ҙур бер тулҡынланыу менән көтөп алған көн. Белем көнө уңайынан ҡаланың бөтә мәғариф учреждениеларында тантаналы линейкалар уҙҙы. 25-се башҡорт гимназияһы 81 беренсе класс уҡыусыһы өсөн үҙ ишектәрен асты. Был көн 16 ун беренсе класс уҡыусылары өсөн дә әһәмиәтле, сөнки улар өсөн тыуған мәктәптәрендә һуңғы уҡыу йылы башлана. Шулай уҡ гимназияның 6-сы класс уҡыусылары өсөн яңы уҡыу йылы үҙенсәлекле - улар шайморатовсылар класында белем аласаҡ.

Тәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргә
Тәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргә

1 сентябрь - күптәр өсөн ҙур бер тулҡынланыу менән көтөп алған көн. Белем көнө уңайынан ҡаланың бөтә мәғариф учреждениеларында тантаналы линейкалар уҙҙы. 25-се башҡорт гимназияһы 81 беренсе класс уҡыусыһы өсөн үҙ ишектәрен асты. Был көн 16 ун беренсе класс уҡыусылары өсөн дә әһәмиәтле, сөнки улар өсөн тыуған мәктәптәрендә һуңғы уҡыу йылы башлана. Шулай уҡ гимназияның 6-сы класс уҡыусылары өсөн яңы уҡыу йылы үҙенсәлекле - улар шайморатовсылар класында белем аласаҡ.

- Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, һеҙҙе Белем көнө менән ҡотлайым! 1 сентябрь беҙҙең гимназия тупһаһынан тәүгә атлап менәсәк балалар өсөн бик тулҡынландырғыс. Һеҙгә белем алыу тик шатлыҡ ҡына килтерһен, тырышығыҙ, яҡшы уҡығыҙ, изге күңелле булығыҙ. Ҡәҙерле уҡытыусылар, һеҙҙең тәжрибә, белем һәм профессионаллек уҡыусыларға белем тауына еңел генә үрләргә ярҙам итер, тип ышанам, һеҙгә яңы еңеүҙәр, эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - тип байрам менән ҡотланы 25-се башҡорт гимназияһы директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина һәм ун беренсе класс уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп, уларҙың гимназияны белемле, тәрбиәле һәм Ватаныбыҙҙың ысын патриоттары булып уҡып бөтөүҙәрен теләне.
11-се класс уҡыусылары үҙҙәренең илһөйәрлеген эш менән дә иҫбатлай. Улар (етәкселәре Венер Сөләймәнов) яңыраҡ башланғыс хәрби әҙерлек курстары үткән һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Махсус тәғәйенләнештәге көстәр ветерандары ассоциацияһы сертификаты һәм күкрәккә таға торған билдә менән бер төркөм егеттәр бүләкләнде.
Патриотик тәрбиә мәсьәләһе бөгөн киҫкен тора. Был йәһәттән республикала булдырылыусы шайморатовсылар класы яҡшы өлгө булмаҡсы. 25-се башҡорт гимназияһының 6б класы уҡыусылары тантаналы шарттарҙа йәш шайморатовсылар сафына алынды, ун беренселәр уларға “Йәш шайморатовсы” билдәһен күкрәктәренә таҡты. Улар генерал Миңлеғәли Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы өлгөһөндә тәрбиәләнәсәк.
Белем усағы директоры быйылғы уҡыу йылында башҡорт гимназияһы нигеҙендә IT-куб - балаларҙың һанлы белем алыу үҙәге үҙ ишектәрен асасағын билдәләне. Унда роботехника, программалаштырыу, алгоритмика, логика һәм башҡа йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белемде гимназия уҡыусылары ғына түгел, бөтә ҡала буйынса балалар ала аласаҡ. Юғары технологиялы йыһаз килтерелгән, яңы мебель алынған, бер нисә көндән был кластарҙа ремонт эштәре тамамлана. Был өҫтәмә дөйөм үҫтереүсе курстарҙы гимназия уҡыусылары алып барасаҡ.
Тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Мәғизов, ҡала Советы депутаты Михаил Гусятников, Салауат ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Фаил Абсатаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев ҡатнашты.
- Ҡала хакимиәте башлығы исеменән яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итегеҙ. 25-се башҡорт гимназияһына быйыл беҙҙең ҡалала тәүгеләрҙән булып шайморатовсылар класы асыу мөмкинлеге бирелде. Ҡала, ил киләсәге - һеҙҙең ҡулда, уҡыусылар, шуға күрә һеҙгә тырышып уҡыуығыҙҙы теләйем, - тине Урал Мәғизов.
Азат Юлтимеров башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын, милли рухты һаҡлауға башҡорт гимназияһының индергән өлөшө ҙур, был йәһәттән уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алып, киләсәк быуында илһөйәрлекте тәрбиәләүҙең әһәмиәтен билдәләп китте.
Салауат ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Фаил Абсатаров уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә юлдарҙа үтәлергә тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.
Тантаналы өлөштән һәм тәүге ҡыңғырау яңғырағандан һуң беренсе класс уҡыусылары үҙҙәренең класс етәкселәре Гөлнур Көҫәпова, Эльвира Ғилфанова һәм Роза Уразбахтина артынан синыфтарына таралышты.
Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен, уҡытыусылар иһә яңы һөнәри уңыштарға ирешһен, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләһен!

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: