газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Июль 2022, 10:50

Бәхеттән балҡый йөҙҙәре

Салауатта “Баллы бал”дың юбилейлы байрамы үтте. Сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән тылсымлы байрамды бына ун бишенсе йыл “Газпром нефтехим Салауат”, “Салауатбыяла” йәмғиәттәре һәм ҡала хакимиәте ойоштора.

Бәхеттән балҡый йөҙҙәре
Бәхеттән балҡый йөҙҙәре

Салауатта “Баллы бал”дың юбилейлы байрамы үтте. Сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән тылсымлы байрамды бына ун бишенсе йыл “Газпром нефтехим Салауат”, “Салауатбыяла” йәмғиәттәре һәм ҡала хакимиәте ойоштора.

Беҙҙең ҡалала тәүге “Баллы бал” 2007 йылда уҙа. Идеяның авторы һәм тантананының тәүге ойоштороусыһы - Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы Дамир Шәүәлиев. “Баллы бал” белем биреү поректының бер өлөшө. Ойоштороусыларҙың уйы буйынса, был сара уҡыусыларҙы яҡшы итеп уҡыуға дәртләндерергә тейеш, сөнки ғәйәт ҙур байрамға тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә белем алыусылар эләгә ала.
15 йыл эсендә был байрам тантанаһында 6 000 ашыу сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашҡан, улар араһында 819 миҙалсы. Йәштәр алдында сығыш яһау өсөн 23 Рәсәй йондоҙо саҡырылған.
2022 йылғы “Баллы бал” ысын балдарҙағы кеүек йола буйынса гранд-полонез бейеүенән башланды. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы алдында 50 пар сығарылыш уҡыусылары бейеп, сараға тантана төҫө бирҙе. “Беләҙектәр” һәм “Салауат тоҡомдары” тигән бейеүҙәр “Башҡортостан легендалары” тигән юбилейлы балдың темаһын билдәләне.
Байрам тантаналы асылғандан һуң, 365 сығарылыш уҡыусыһы баштарын юғары күтәреп, музыка мәктәбе оркестрының көй-моңо аҫтында, ҡыҙыл балаҫтан үҙҙәренең тормошондағы тәүге балға үтте.
- Беҙҙең ҡалала бына 15 йыл буйына республикалағы иң яҡшы сығарылыш кисәһе уҙа. Бөгөн һеҙ мәктәп тормошона нөктә ҡуяһығыҙ. Күптәрегеҙ башҡа ҡалаларға уҡырға китер, шулай ҙа ҡала менән бәйләнештең өҙөлмәүе мөһим. Һеҙ тыуған ҡалағыҙҙың нисек йәшәүен, ниндәй проекттар тормшҡа ашырылыуын белеп торһон тип беҙ һеҙгә “Выбор” гәзитенең электрон төрөн бүләк итәбеҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
- Мин һеҙгә бер аҙ көнләшәм дә, сөнки һеҙҙең тормошта тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, яңы мөмкинлектәр биргән, яңы тәьҫораттар бүләк итәсәк осор башлана. Дөрөҫ юл һайлауығыҙҙы теләйем, үҙегеҙҙең көсөгөҙгә ышанығыҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе “газпорм нефтехим Салауат” йәмғиәтенең административ-хужалыҡ идаралығы начальнигы Воскан Мирзоев.
- Беҙҙең компанияла ла хыялдар тормошҡа аша, шулай булғас беҙ ҙә йәш, һәләтле һәм креатив кешеләрҙе эшкә көтөп ҡалабыҙ, - тип һөйләне “Салауатбыяла” йәмғиәтенең табаҡлы быяла производствоһы директоры Максим Скиртин.
Сараның тантаналы өлөшөндә Дамир Шәүәлиев төрлө сығыралыш уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп:
- Мин йоланың дауам ителеүенә, шулай уҡ ошо йылдар эсендә ҡала мәктәптәрен тамамлан сығып киткән йәштәрҙең тыуған ҡалаһына ҡайтып, Салауаттың артабанғы үҫеше өсөн хеҙмәт итеүҙәре өсөн шатмын, - тине һәм 2022 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла тыуған ҡалаларын онотмаҫ тигән ышаныс белдерҙе.
Дамир Шәүәлиевҡа тыуған яғына актив ярҙамы өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән булдырылған “Атайсал” проекты наградаһы “Республика намыҫы өсөн” миҙалы һәм “Яҡташтар” проектының “Эшҡыуарлыҡ” номинацияһында еңеүсе дипломы тапшырылды.
Уҡыуҙа айырым уңыш күрһәткән 46 сығарылыш уҡыусыһы бүләккә ноутбук алды.
Байрамдың күп төрлө саралары араһында “Бал батыры” һәм “Бал һылыуы” конкурсы төп урындарҙы алып тора. Алты ҡыҙ һәм алты егет мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ошо почетлы исемдәрҙе йөрөтөүгә хоҡуҡтары булыуын иҫбатлау өсөн бөтә таланттарын күрһәтте. Уларҙың сығыштары ысынлап та матур килеп сыҡты. Батыр менән һылыуҡай йәшерен тауыш биреү юлы менән һайланды. Шулай итеп 2022 йылғы “Баллы бал батыры” исеменә 1-се гимназияның сығарылыш уҡыусыһы Ренальдо Сәлимов, ә “Бал һылыуы” исеменә 7-се мәктәпте тамамлаусы Мария Попова лайыҡ булды.
“Баллы бал”ға Рәсәй йондоҙҙары саҡырыла, быйыл байрамда кем сығыш яһауы һуңға тиклем сер итеп тотолдо. Үҙҙәре өсөн йырлаясаҡ йырсыларҙың исемдәрен сығарылыш уҡыусылары тантана ваҡытында ғына белде. Әйткәндәй, 15 йыл эсендә Салауаттағы сығарылыш уҡыусылары өсөн иң сағыу йондоҙҙар сығыш яһай. Быйыл “Баллы бал”дың ҡунаҡтары “Pizza” һәм “Gayazovs Brothers” төркөмдәре булды.
Мәҙәниәт һарайы янындағы скверҙа ла байрам мөхите тантана итте. Бында махсус фото төшөү урыны булдырылған, теләгәндәр “Бәхет тимерлеге”ндә иҫтәлеккә юбилейлы тәңкәне үҙе сүкеп алырға мөмкин ине. Шулай йәштәр төрлө тәмлекәстәр менән һыйлана алды. Байрамдың хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғаһы утлы шоу булғандыр. Икенсе тапҡыр бал бейеүе башҡарылғанда тамашаны фейерверктар биҙәне.
Байрамдың 15 йыллығы уңайынан сығарылыш уҡыусыларына 35 килограмлы баллы торт бүләк ителде. Уның өҫтөнә ҡуйылған шәмдәрҙе Дамир Шәүәлиев һәм ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов өрөп һүндерҙе.
Юбилейлы “Баллы бал” байрамы сығарылыш уҡыусыларының теләктәр теләп йөҙәрләгән шарҙар осороуо менән тамамланды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: