газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Май 2022, 10:20

Мәктәп йылдары ла артта ҡалыр

Һуңғы ҡыңғырау - сығарылыш уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс, иҫтәлекле байрам. Тап ошо көндө улар тыуған мәктәптәрендә һуңғы вальс бейей, уҡытыусыларына, ата-әсәләренә рәхмәт белдерә, класташтары менән хушлаша һәм улар өсөн мәктәп тормошонда һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Салауат ҡалаһының 1-се лицейында ла үҙенсәлекле Һуңғы ҡыңғырау байрамы уҙҙы.

Мәктәп йылдары ла артта ҡалыр
Мәктәп йылдары ла артта ҡалыр

Был көнгә уҡыусылар матур программа әҙерләгәйне, унда сығарылыш уҡыусылары ғына түгел, башланғыс, урта һәм ун берҙәргә алмашҡа килеүсе унынсылар ҙа сығыш яһаны.
- Мин һеҙҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайым. Мәктәп тормошонда һуңғы ҡыңғырау булһа ал, ул артабанғы уҡыуығыҙҙа һуңғыһы булмаһын. Һеҙҙең һәм лицейҙың уҡытыусылар коллективы тырышлығы менән беҙҙең белем биреү учреждениеһы ҡалала һәм республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Һеҙгә ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем һәм 1-се лицейҙа уҡып сығыуығыҙ хаҡында онотмағыҙ, - тине ҡотлау һүҙендә лицей директоры Ҡадир Хәбибуллин.
Сығарылыш уҡыусыларын ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - финанс идаралыҡ начальнигы Татьяна Силкина ла ҡотланы.
- Иртәгә яңы тормошҡа аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Алға барыуҙан ҡурҡмағыҙ, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйып уларға ирешегеҙ. Һуңғы ҡыңғырау байрамы һәм мәктәп йылдары матур иҫтәлек булып һаҡланһын, - тине ул.
Байрам тамашаһында уҡыусылар беренсе класҡа уҡырға килеүҙәрен, өлкән кластарҙа нисек белем ала башлауҙарын, дәрестәрҙең нисек үтеүен, тәнәфестәрҙе нисек күңелле үткәреүҙәрен иҫкә төшөрҙө.
Был көндө тәүге уҡытыусылары, класс етәкселәре адресына күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Улар, үҙ сиратында, йәштәргә өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе. Сығарылыш уҡыусылары уҡытыусыларҙы рәхмәт йөҙөнән сәскә гөлләмәләренә күмде.
Галина Наталенко, 11б класы уҡытыусыһы:
- Мин бишенсе кластан алып етәкләгән клас ҙур, 29 уҡыусы. Уларҙың барыһы ла үҙ аллы, креатив, татыуҙар. Уларға хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем, әлегә уларҙың тәүге хыялы, әлбиттә, имтихандарҙы яҡшы итеп тапшырыу һәм теләгән вуздарына инеү. Уларҙың барыһы ла килеп сығырында һис шигем юҡ.
Ярослав Логоза, сығарылыш класс уҡыусыһы:
- Мин лицейҙа беренсе кластан уҡыйым. Артабан техник йүнәлештә белем алырға ниәт итәм. Минең класс иң татыуы, ҡыҙҙар һәм егеттәр иң яҡшыһы, уларҙы һәм тыуған лицейымды һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡмын.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: