Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2022, 17:30

Кеше ҡәҙере - белемдә

Новосибирск дәүләт университетында барлыҡҡа килгән “Тоталь диктант” акцияһы 18 йыл буйына уҙғарылып килә. Унда рус теле яҙмышына битараф булмаған миллионлап кеше ҡатнаша. Беҙҙең ҡалала халыҡтың белемен тикшереү майҙансығы булып Өфө дәүләт нефть-техник университеттың Салауаттағы филиалы тора.

Кеше ҡәҙере - белемдә
Кеше ҡәҙере - белемдә

Новосибирск дәүләт университетында барлыҡҡа килгән “Тоталь диктант” акцияһы 18 йыл буйына уҙғарылып килә. Унда рус теле яҙмышына битараф булмаған миллионлап кеше ҡатнаша. Беҙҙең ҡалала халыҡтың белемен тикшереү майҙансығы булып Өфө дәүләт нефть-техник университеттың Салауаттағы филиалы тора.

- Тоталь диктант - ул халыҡ-ара акция, рус телен популярлаштырыуға, халыҡтың грамоталылығын арттырыуға йүнәлтелгән йәмәғәт проекты. Диктантты бәләкәйҙәр ҙә, ололар ҙа яҙа. Иҫемдә иң йәш ҡатнашыусыбыҙ 7-8 йәштәрҙә булһа, иң олоһона 80 тиәрәһе ине. Салауатта бер нисә йыл буйына йыл һайын килеп диктант яҙыусылар бар, беҙ уларҙы хатта йөҙгә танып торабыҙ, - ти уҡытыу-методика үҙәге мотодисы Зөлфиә Сәлимйәнова.
Уның билдәләүенсә, былтыр беҙҙең ҡалала Тоталь диктан яҙыуҙа иң күп кеше ҡатнашҡан.
- Ул ваҡытта Салауатта 121 кеше диктан яҙҙы, - ти Зөлфиә Закир ҡыҙы. - Беҙ быны шуның менән бәйләйбеҙ, унан алдағы пандемия йылында кешеләр диктантты өйҙә яҙҙы, тере аралашыуҙы һағынып килделәр былтыр.
Быйыл Тоталь диктан яҙыу өсөн 78 кеше теркәлде. Уларҙың күбеһе - уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡала хакимиәте, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы вәкилдәре. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Стәрлетамаҡта Тоталь диктант яҙыу майҙансығы ойошторолмаған, шуға күрә күрше ҡаланан килеп акцияла ҡатнашыу теләге белдереүселәр булды.
Тоталь диктан өсөн яҙыусы, “Ҙур китап” премияһы лауреаты Марина Степнованың тексы һайланғайны, беҙҙең төбәк өсөн уның икенсе “Июль” тип аталған өлөшө тәғәйенләнгәйне.
- Тоталь диктанттарҙың текстары йылдан йыл ҡатмарлыраҡ, уларҙа рус теленең барлыҡ пунктуацияһы, орфографияһы иҫәпкә алынған. Ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә, өйҙә әҙерләнә, totaldict.ru сайтында репетицион дәрестәр бирелә, - тип аңлатма бирә уҡытыу-методика үҙәге методисы.
Диктантты яҙа башлар алдынан аудиториялағылар тексты авторҙың үҙенең уҡыуында ишетте. Рус телендә һүҙҙәрҙе яҙыуҙың бер нисә ҡағиҙәһе хаҡында ла иҫкә төшөрҙөләр. Һуңынан тексты 18-се мәктәптең рус теле уҡытыусыһы Гүзәл Ғәзизова уҡып яҙҙырҙы.
Таһир Ҡоҙаҡаев, Салауатҡа тоталь диктан яҙыу өсөн Стәрлетамаҡтан килеүселәрҙең береһе. Ул Физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы уҡытыусыһы.
- Бында барыһы ла яҡшы ойошторолған, студенттар ҡаршы алды, аудиторияға тиклем оҙатып ҡуйҙы, ӨДНТУ филиалы етәкселеге лә сараға яуаплы ҡараған, афариндар. Тоталь диктантты мин беренсегә яҙмайым, “бишле” билдәһенә яҙып, Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романын бүләккә алдым, - Таһир Хәмзә улы.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәнзилә Фәтҡуллинаның хеҙмәт стажы 45 йыл һәм ул Тоталь диктантта етенсе йыл ҡатнаша, ике тапҡыр “бишле”гә яҙған.
- Һәр ваҡыт өтөрҙәрҙә яңылышам, өтөр урынына һыҙыҡ ҡуям, йә киреһенсә. Ә былай миңә диктант яҙыу бик оҡшай, - ти ул.
Эштәрҙе ҡаланың ирекмән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тикшерәсәк. Тоталь диктантта ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөҙөмтәләрен totaldict.ru сайтында белә ала.
Әйткәндәй, Салауатта Тоталь диктант тәүге тапҡыр һигеҙ йыл элек, 2014 йылдың апрелендә уҙғарыла. Акцияның тәүге координаторы ул ваҡытта “Выбор” гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Клугман була.
- 2013 йылдың яҙында коллега менән Стәрлетамаҡҡа яңы акцияла - Тоталь диктантта ҡатнашыу өсөн барҙыҡ, - тип иҫкә ала Татьяна Николаевна. - Шул ваҡытта был акцияны үҙебеҙҙең ҡалала ла уҙғарасаҡмын, тип һүҙ бирҙем.
Теләк һәм дәрт булғанда, барыһы ла килеп сыға. 2014 йылдың яҙында ӨДНТУ-ның Салауат филиалының дүрт аудиторияһында 170-ләп кеше Тоталь диктант яҙа. Ул ваҡытта үҙ белемен тикшереү өсөн парта артына медиктар, пенсионерҙар, педагогтар, ҡала хакимиәте вәкилдәре ултыра. Хәҙер инде был йола йыл һайын дауам итә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: