Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Март 2022, 10:40

“Беҙ һеҙҙең менән бер йүнәлештә ҡарайбыҙ”

Салауат уҡыусылары ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов менән осрашты.Ҡала хакимиәтендәге эш көндәренең береһе ғәҙәти булмаған шарттарҙа башланды. Бында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов “Хакимиәт башлығы тормошонан бер көн” темаһына иншалар конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар һәм Башҡортостан Башлығы стипендиаттары менән осрашты. Улар ҡала үҫешен нисек күҙаллауҙары хаҡында фекерҙәре менән бүлеште.

“Беҙ һеҙҙең менән бер йүнәлештә ҡарайбыҙ”
“Беҙ һеҙҙең менән бер йүнәлештә ҡарайбыҙ”

Салауат уҡыусылары ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов менән осрашты.
Ҡала хакимиәтендәге эш көндәренең береһе ғәҙәти булмаған шарттарҙа башланды. Бында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов “Хакимиәт башлығы тормошонан бер көн” темаһына иншалар конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар һәм Башҡортостан Башлығы стипендиаттары менән осрашты. Улар ҡала үҫешен нисек күҙаллауҙары хаҡында фекерҙәре менән бүлеште.

“Хакимиәт башлығы тормошонан бер көн” конкурсы ҡала мәктәптәрендә ғинуар аҙаҡтарында уҙғарылған. Уның һөҙөмтәләре буйынса көнүҙәк һорауҙарҙы ҡыҙыҡлы юлдар менән хәл итеү варианттары булған һәм материалды үҙенсәлекле еткереү юлдары менән айырылып торған эштәр һайланып алынған. Тормошто нисек үҙәгәртеп булыуы хаҡында күҙаллауҙары менән Елизавета Краснова, Денис Волков, Розалия Хөснуллина, Екатерина Туленкова, Виктория Ларева һәм Мария Попова ғәжәпләндерә. “Урындағы үҙидаралыҡ көнө” байрам ителгәндә улар бер көндө ҡала хакимиәте башлығы менән уҙғарасаҡ, уның эш көнө, муниципалитеттың нисек йәшәүе, эшләүе менән яҡындан танышасаҡ.
- Иншаларҙы ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым һәм ҡала яҙмышына битараф булмаған йәш кешеләрҙең нисек күп булыуы һҡоландырҙы. Һеҙ миңә күп кенә эшлекле кәңәштәр бирҙегеҙ. Ысынын әйтәм, беҙ һеҙҙең менән бер йүнәлештә ҡарайбыҙ. Һеҙ билдәләп үткән күп кенә нимәләр Салауат үҫеше программаһында теге йәки был сифатта күрһәтелгән. Ҡала хакимиәтенең дөрөҫ сәйәсәтен алып барыр өсөн ҡала халҡының, тәү сиратта, йәштәрҙең фекерҙәрен иҫәпкә алырға кәрәклеге менән тулыһынса килешәм, - тине осрашыу барышында уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп Игорь Миронов.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең эштәрендә юл ремонты сифатына, экологияға иғтибар итергә, күберәк йәштәрҙе өмәләргә йәлеп итергә, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡтар булдырырға, китап магазиндарын күбәйтергә, ғаилә күңел асыу үҙәктәрен асырға, төрлө ландшафтлы һәм тәбиғәт ҡосағында ял итеү урныдары булдырыуҙы тәҡдим итә.
Шулай уҡ улар ҡала байрамдарын ойоштороу, хәйриәлек фондтарын булдырыу, һөнәр һайлау буйынса осрашыуҙар уҙғарыу, транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу, интернетҡа бушлай тоташыу мөмкинлеге менән йәмәғәт транспорты туҡталыштары булдырыу буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән сығыш яһай.
Баҡтиһәң, йәштәрҙе белем биреү учреждениеларын заманса яҡтыртыу ҡоролмалары менән тәьмин итеү, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы, пенсионерҙарға ял итеү шарттары булдырыу һорауҙары ла борсой икән.
Мәктәп уҡыусылары “Салауат саңғы юлы”н төҙөкләндереү һәм уның территорияһында ял итеү зоналары булдырыу, парктар, скверҙар, бульварҙар кеүек йәмәғәт урындарын ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн камиллаштырыу, тематик майҙансыҡтар булдырыу кәрәклеген билдәләй.
Салауаттан уҡыуҙа, спортта, ижади эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән 30 уҡыусы ҡала хакимиәте башлығы һәм 2 уҡыусы Башҡортостан Башлығы стипендияларына лайыҡ булды. Улар араһында 1-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Ева Йыһангирова ла бар.
- Икенсе йыл рәттән республика Башлығы стипендиаты булам. Йыш ҡына төрлө предметтарҙан олимпиадаларҙа ҡатнашам һәм максималь һөҙөмтәләргә ирешәм. Тырышлығыңды баһалауҙары ла яҡшы. Имтихандарҙы тапшырып, Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбенә инергә теләйем, - ти ҡыҙ.
2-се гимназияның 9б класы уҡыусыһы Розалия Хөснуллина иншалар конкурсында ҡатнашҡан.
- “24 сәғәткә мэр булһам, нимә эшләр инем” темаһы минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Иншамды иртәнге сәғәт дүрткә тиклем яҙҙым, төрлө фекерҙәремде һалырға тырыштым, бер нисә идеяны атайым да әйтеп ебәрҙе.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: