газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март 2022, 11:45

“Һеҙҙә балаҫ һуғалармы? Беҙҙә балаҫ һуғалар!”

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде.   Үткәндәрҙе белмәй тороп, киләсәкте күҙ алдына аныҡ килтереү мөмкин түгел. Элек–электән халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, йыр-моңдарын, йола–традицияларын, йәшәү ҡағиҙәләренә әүерелгән тәртип талаптарын быуындан–быуынға тапшыра килгән.  Инәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Ир бала атаһына ҡарап септә һуҡҡан, ат эйәрләгән, солоҡ ябышҡан, көнкүреш әйберҙәрен эшләп өйрәнгән. Ә ҡыҙ балалар бәләкәйҙән йөн теткән, бәйләм бәйләгән, йорт эштәрендә ярҙамлашып, алдағы  тормошона кәрәге тейерлектәжрибә туплаған.

Беҙҙең 50–се башҡорт балалар баҡсаһында даимитөрлө фольклор байрамдары үткәрелеп килә. Яңыраҡ матур “Балаҫ һуғыу” йола байрамы уҙҙы. Фольклор байрамы халыҡтың рухи тамырҙарына төшөнөргә, гүзәллекте тәрәнерәк өйрәнергә  әйҙәүсе көс булып тора. “Өмә” тәүҙә өлкән, аҙаҡ әҙерлек төркөмө балалары менән үткәрелде. Тәрбиәселәр балалар менән балаҫ һуғыу тураһында шиғырҙар, әйтемдәр, эш тураһында мәҡәлдәр өйрәнде. Улар баҡсабыҙ музейында тупланған  балаҫ һуғыу өсөн тәғәйенләнгән эш ҡоралдары менән яҡындан танышты. Өй хужабикәһе   Дәриға Ҡорбанғәлиева “еңгәй” булып ҡыҙҙар менән әҙерләнеп, ауылдың “балаҫ һуғыусы инәйен” Роза Бураканованы шатланып ҡаршы алдылар. Өмә йырлы-моңло булһа, эш ырай тип “гармунсы” Рәхимә Хәйбуллина ла килде.

Элек–электән ата-бабаларыбыҙ  һүҙ тылсымына ышанған һәм һәр бер эш алдынан теләктәр әйтер булған. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа ҡулдарға көс-ҡеүәт биреп теләктәр әйтеп, “Өмә” йырын йырлай-йырлай аяҡланған йөндәрҙе төрлө сағыу төҫтәргә мандылар, уларҙы йомғаҡланылар. Аҙаҡ төрлө төҫтәге йомғаҡтарын оҫтабикә инәйгә:  - “Һуҡ, һуҡ нығыраҡ һуҡ, инәй беҙгә балаҫты”, тип йырлап тапшырҙылар. “Инәй” сағыу төҫлө йомғаҡтарын алып эшкә тотондо. Ҡыҙҙар эштәрен тамамлағас,  Гөлшат Хужахмәтова “ҡарт егет” булып ауыл малайҙарын ҡыҙҙар янына алып килде. Улар килгәс ҡара-ҡаршы тороп, төртмә таҡмаҡтар әйттеләр, “Ҡап-та ҡоп”,  “Көйһөҙ кейәү” уйындарын уйнанылар. “Тиррәтләү” әйтеп, мәрәкәләшеп бейеп, күңел астылар. Инәйҙең күмәк эш һөҙөмтәһендә һуғылған сағыу балаҫтарын күреп, ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренә өлгө алдылар.

Балалар фольклор  байрамы аша халҡыбыҙҙың көнкүреш әйберҙәре, милли–мәҙәни көйҙәре, ауыҙ–тел ижады менән танышты, белемдәрен арттырҙы. Беҙ, әсәй-өләсәйҙәрҙән алған һөнәрҙәребеҙҙе балаларға, улар, үҙ сиратында, туған телендә,  үҙ моңон көйләй-көйләй балаларына өйрәтер, тип ышанабыҙ.

Рәхимә Хәйбуллина.

Автор:
Читайте нас: