газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2022, 13:25

Халыҡтың иң ҙур байлығы - уның теле

Республикабыҙ үҙенең күп милләтле халҡы, уларҙың татыу һәм дуҫ йәшәүе менән көслө. Салауатты ла төрлө милләт вәкилдәре төйәк иткән. Милләттең милләт булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған, шул уҡ ваҡытта бының өсөн шарттар булдырыу  халыҡтарҙың һаҡланыу ҡалыуы өсөн үтә лә мөһим.

Халыҡтың иң ҙур байлығы - уның теле
Халыҡтың иң ҙур байлығы - уның теле

Республикабыҙ үҙенең күп милләтле халҡы, уларҙың татыу һәм дуҫ йәшәүе менән көслө. Салауатты ла төрлө милләт вәкилдәре төйәк иткән. Милләттең милләт булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған, шул уҡ ваҡытта бының өсөн шарттар булдырыу  халыҡтарҙың һаҡланыу ҡалыуы өсөн үтә лә мөһим.

Беҙҙең ҡалала бер нисә йыл дауамында йәкшәмбе украин мәктәбе эшләп килде. Ваҡыт үтеү менән уның эшен, йүнәлештәрен киңәйтеү ихтыяжы барлыҡҡа килгәс, ул үҙгәртеп ҡоролдо һәм хәҙер Салауат ҡалаһында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге” тип үҙ эшен алып бара. Яңы уҡыу йылы башланғанда унда яңы етәксе -  Салауат Палташов тәғәйенләнде.  
- Үҙәктең төп эшмәкәрлеге - республика, шул иҫәптә Салауат ҡалаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен өйрәтеү. Беҙҙең үҙәктә башҡорт, татар, рус, украин, немец телдәре уҡытыла. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сыуаш, мордва һәм әрмән телдәре уҡытыусылары юҡ, шулай ҙа киләсәктә был телдәрҙе өйрәтеү ҙә тергеҙелер тип өмөт итәбеҙ. Шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте, хореография, кейеҙ баҫыу йүнәлештәре алып барыла, - тип һөйләй үҙәк етәксеһе. - Беҙ күберәк тәрбиәүи эшкә иғтибар бүләбеҙ. Балалар менән дуҫлашыу, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн уйын формаһы ҡулланыла.
Үҙәк мәктәп йәшендәге балалар менән генә түгел, балалар баҡсаһындағы сабыйҙар менән дә эш алып бара. Учреждение ҡаланың бөтә мәктәптәре менән дә эшләй. 15-се мәктәп нигеҙендә эшләп килгән үҙәккә ошо белем биреү йортоноң уҡыусылары күп йөрөй. Шулай уҡ яҡын тирәләге мәктәптәрҙән дә киләләр, ә башҡа мәктәптәргә, балалар баҡсаларына  уҡытыусылар үҙҙәре бара. 
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге”ндә 10 кеше эшләй, шулай уҡ  төп хеҙмәттәре менән бергә үҙәктә лә уҡытып йөрөүсе 6 кеше иҫәпләнә. Үҙәк нигеҙендә 1376 бала үҙ туған телен өйрәнә. Уҡытыусылар уларға туған телдең ни тиклем бай, яҡын, татлы булыуын еткерергә тырыша.
- Балалар ҙур теләк менән өйрәнә туған телдәрен. Иң мөһиме уларҙы ҡыҙыҡһындыра  белеү талап ителә. Балаларҙы туған телгә, мәҙәниәтенә өйрәтеү мөһим, шулай ҙа баланың быны үҙ теләге менән эшләүе күпкә әһәмиәтлерәк, һөҙөмтәлерәк. Мәҫәлән, күп кенә милләт халҡы араһында үҙ телендә һөйләшмәүселәр күп. Әммә һуңғы йылдарҙа телгә бәйле иғтибарҙың артыуы, төрлө саралар менән йәлеп итеүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, - тип билдәләй Салауат Тельман улы.         
Етәксе һүҙҙәренсә, йыл дауамында үҙәк төрлө сараларҙа, шул уҡ олимпиадалар, өмәләр,   айлыҡтарҙа ҡатнаша һәм үҙҙәре лә  саралар уҙғара. 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнгән дүшәмбелә лә ошо датаға һәм Рәсәй халыҡтары мираҫы йылына арналған фәнни онлайн-семинар уҙасаҡ. Унда сығыштарҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.   Өҫтәмә рәүештәге биҙәү-ҡулланма сәнғәте, хореография, кейеҙ баҫыу йүнәлештәре “Һәр баланың уңышы” программаһы буйынса алып барыла.  
Үҙәктең киләсәк пландарына уҡытыу программаһын киңәйтеү бурыстары ингән. 
- Пландар, теләктәр һәм бурыстар, әлбиттә, күп, - ти Салауат Палташов. - Уҡытыуҙа яңы программалар, яңы ысулдар ҡулланыу, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү, күберәк саралар үткәреү ниәте бар. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәге” тип үҙгәртелеү менән беҙҙең мөмкинлектәр ҙә киңәйҙе.  Эшмәкәрлектең иң яҡшы күрһәткесе - ул уҡыусыларҙың һөҙөмтәләре, уңыштары, беҙ шуға ынтыласаҡбыҙ. 
 
Әйткәндәй, “Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында”ғы Закон 1999 йылдың 5 февралендә Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы тарафынан хупланды һәм ғәмәлгә инде. Закон рус һәм башҡорт телдәрен республиканың дәүләт телдәре итеп раҫланы, башҡа халыҡтарҙың телдәренең дә статусы билдәләнде, ҡулланылыш урындары күрһәтелде. 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: