газета "Салауат"
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2022, 14:25

Имтихандарға әҙерлек буйынса бушлай консультация

Башҡортостанда төп дәүләт һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса бушлай онлайн-консультациялар серияһы старт алды

Имтихандарға әҙерлек буйынса бушлай консультация
Имтихандарға әҙерлек буйынса бушлай консультация

Башҡортостанда төп дәүләт һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса бушлай онлайн-консультациялар серияһы старт алды

2022 йылдың 8 февраленән Башҡортостандың сығарылыш уҡыусылары өсөн ТДИ һәм БДИ әҙерлек буйынса бушлай онлайн-консультациялар уҙғарыла башланы. Уларҙы предмет комиссияһы белгестәре уҙғара.
Өфө ҡалаһының 95-се Белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары Федан Ғафаров билдәләүенсә, был сығарылыш уҡыусылары өсөн дә, имтихандарға әҙерләгән уҡытыусылар өсөн дә файҙалы.
- Имтихан - һәр уҡыусы өсөн етди һынау. Һайлаған вузына йәки колледжына инә алыуы уның һөҙөмтәһенә бәйле. Сығарылыш уҡыусылары, ата-әсәләр йәки сығарылыш уҡыусыларының законлы вәкилдәре имтиханға әҙерлек процесында ауырлыҡ тыуҙырған һорауҙарҙы электрон почтаға ебәрә һәм эксперттан яуап ала ала. Сөнки улар имтихандың икенсе өлөшөнөң хәл ителешенең барлыҡ нескәлектәрен һәм уларға яуапты нисек яҙырға икәнде белә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Федан Ғафаров.
БДИ буйынса онлайн-консультациялар 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесаҙна көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем, ТДИ буйынса 2 мартҡа тиклем һәр шаршамбы һәм йома көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем уҙасаҡ.
Һорауҙарҙы [email protected] (БДИ), [email protected] (ТДИ) электрон почтаға алдан ебәрергә мөмкин.
Дәүләт имтихандарына әҙерлек өсөн материалдар, шулай уҡ консультациялар уҙғарыу графигы һәм трансляцияға һылтанмалар “Башҡортостан Республикаһының электрон белем биреүе” порталында урынлаштырылған.
БДИ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/
ТДИ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: