газета "Салауат"
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Декабрь 2021, 15:45

Атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре

Башҡортостандың 16 педагогы юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Улар араһында Салауат ҡалаһының 25-се балалар баҡсаһы мөдире Ирина Климованың да булыуы шатлыҡлы. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.

Республиканың иң яҡшы педагогтарын ҡотлау тантанаһы 10 декабрҙә уҙҙы һәм унда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, лайыҡлы граждандарҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән тап педагог хеҙмәте республиканың киләсәген билдәләй, ә яҡшыларҙың яҡшыһы белем биреү системаһының ғорурлығы булып тора.
Ирина Климова педагог булып 40 йылға яҡын эшләй. 2003 йылда уға Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығының Почет грамотаһы, 2005 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһе, 2013 йылда “Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеме, 2016 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы президиумының грамотаһы бирелә. Шулай уҡ Ирина Климова Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы миҙалына ла лайыҡ була.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: