Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2021, 15:51

Белем донъяһына серле һуҡмаҡтар һалыусы – уҡытыусы

Уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе ул. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. 5 октябрҙә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Белем донъяһына серле һуҡмаҡтар һалыусы – уҡытыусы
Белем донъяһына серле һуҡмаҡтар һалыусы – уҡытыусы

Уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотларға Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның урынбаҫары Олеся Арестова, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, уның урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Салауат ҡалаһы ойошмаһы  рәйесе Ольга Татарова килде.

Был көндә бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы. Көн һайын уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре янына ашығып барған һәр кем рәхмәт һүҙҙәренә күмелде. Иң беренсе ҡотлау өсөн һүҙ Игорь Мироновҡа бирелде. Ул уҡытыусы һәм тәрбиәсе һөнәрҙәре үҙ-ара тығыҙ бәйле булыуы тураһында әйтте.

  • Һеҙ беҙҙең ҡәҙерле балаларыбыҙҙы тәрбиәләйһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ! Талантығыҙ һәм тырышлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине Игорь Геннадьевич.

Салауат ҡалаһы уҡытыусыларының төбәк-ара ярыш һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙҙең уҡытыусылар “Киләсәк уҡытыусыһы” проекты сиктәрендәге милли системаға әүҙем йәлеп ителә. Үткән йылда 46 уҡытыусы һөнәри әҙерлек үтһә, быйыл 34  кеше “Замана уҡытыусыһы мәктәбе” проекты буйынса уҡый. Шулай уҡ хакимиәт башлығы 1-се гимназияның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Юлиә Шәкированы һәм Салауат ҡалаһының 18-се урта мәктәбенең уҡытыусыһы Екатерина Манихинаны “Рәсәй Федерацияһының Почетлы тәрбиә һәм мәғариф  хеҙмәткәре” күкрәк билдәһе менән бүләкләне.

Сәхнәнән йыр-моң, ҡотлау һүҙҙәре яңғырай, залда уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең йылмайыуҙары, янып торған күҙҙәре менән  һуғарылған йылы мөхит.

Артабан ҡотлау һүҙе Олеся Викторовнаға бирелде. Ул педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ҡайһы бер уҡытыусыларҙы намыҫлы хеҙмәттәре, мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән билдәләне. Бындай наградаға 10-сы балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Лилиә Мөлөкова, 1-се балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Татьяна Мамыкина, 17-се урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ольга Гордеева, 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы Нина Попова, 2-се гимназияның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Ильина, 1-се балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Елена Толкушенкова, 22-се балалар баҡсаһының педагог-психологы Анна Әхмәҙуллина, 32-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алла Ярославова, 18-се балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Ирина Семенова, 53-сө балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина һәм 2-се кадет мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Айгөл Иванова лайыҡ тип танылды.

Тамашасылар залы сәскәләргә, ҡотлау һүҙҙәренә һәм шат тауыштарға күмелгәндән-күмелде. Киләһе тәбрикләүсе Марина Вишева булды. Ул, уҡытыусы – ул талант, белем, балаларға һөйөү һәм бөтмәҫ сабырлыҡ, тигән матур һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе үҙ сығышын. Марина Васильевна уҡытыусыларға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһен тапшырҙы. Шулай итеп, Салауат ҡалаһы сәнғәт үҙәгенең уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Светлана Сухорукова, 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы Жанна Ельченко, 54-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Хисмәтуллина, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Елена Косачева, 57-се балалар баҡсаһы мөдире Лилиә Нәбиева, 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Татьяна Садаева һәм 15-се мәктәп директоры Ирина Борисова мәғариф отличнигы исеменә эйә булды.

Лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы ла еткерҙе. Ул педагогтарға тәртипле һәм тырыш уҡыусылар, аңлаусан ата-әсәләр теләне. Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы 22-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Владимирскаяны, 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Маляренконы, 24-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең биология уҡытыусыһы Флүзә Шәкированы, 17-се балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Нелли Руцкованы, 28-се балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Ольга Сухорукованы һәм 37-се балалар баҡсаһы мөдире Елена Антипинаны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.

Яңы уҡыу йылында тәжрибәле уҡытыусыларға алмашҡа, йәш белгестәр килгән. Ольга Татарова ла үҙ сығышында тап ошоға, айырыуса, баҫым яһаны.

  • Педагогик коллективҡа тағы 27 йәш уҡытыусы өҫтәлеүе ҡыуандыра. Бирешмәгеҙ! Һеҙҙә барыһы ла килеп сығасаҡ! – тип дәртләндереп ебәрҙе Ольга Станиславовна йәштәрҙе.

Эйе, уҡытыусы – еңел һөнәр түгел. Күпме көс һәм түҙемлек талап итә. Әммә, быға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар ашҡынып уҡыусылар янына мәктәпкә килә. Уҡытыусы – ул һөнәр генә түгел, ул – яҙмыш.

Ҡотлауҙар һәм бүләкләүҙәр, йыр-моң менән үрелеп барған байрам тәмлекәстәр менән сәй эсеү һәм йылы аралашыу менән тамамланды.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: