газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август 2021, 12:20

Дуҫлыҡҡа нигеҙ кесе йәштән һалына

Ҡалабыҙҙың төрлө мәғариф учреждениеларында Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөнә арнап саралар ойошторолдо. 53-сө балалар баҡсаһында “Берҙәмлектә - көс” девизы аҫтында матур байрам уҙҙы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәселәре тарафынан ҡыҙыҡлы итеп әҙерләнгән сарала төрлө йәштәге балалар рәхәтләнеп күңел асты. Улар Тыуған ил тураһында йыр башҡарҙы, дуҫлыҡ хаҡында мәҡәлдәр әйтте, төрлө милләт бейеүҙәре элементтары менән бейеү башҡарҙы, уйындар уйнаны. Сара башҡорт телендә барҙы һәм иң мөһиме кескәйҙәргә дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәклеге, һәр саҡ бергә, татыу йәшәү яҡшы икәнлеге төшөндөрҙө.

Дуҫлыҡҡа нигеҙ кесе йәштән һалына
Дуҫлыҡҡа нигеҙ кесе йәштән һалына

Халҡыбыҙҙа дуҫлыҡ тураһында күп матур мәҡәлдәр бар: «Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын», «Дуҫһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош», «Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел». Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен кеше бала саҡтан төшөнөп үҫһә, донъябыҙҙағы татыулыҡ та нығыраҡ булыр.
30 июлдә йыл һайын Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле көн 2011 йылдың апрелендә 65-се сессияла Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән. Дуҫлыҡ көнөнөң төп бурыстарының береһе - халыҡтар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, йәштәрҙә, шул иҫәптән, буласаҡ етәкселәрҙә төрлө милләттәргә һәм мәҙәниәттәргә ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Ҡалабыҙҙың төрлө мәғариф учреждениеларында Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөнә арнап саралар ойошторолдо. 53-сө балалар баҡсаһында “Берҙәмлектә - көс” девизы аҫтында матур байрам уҙҙы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәселәре тарафынан ҡыҙыҡлы итеп әҙерләнгән сарала төрлө йәштәге балалар рәхәтләнеп күңел асты. Улар Тыуған ил тураһында йыр башҡарҙы, дуҫлыҡ хаҡында мәҡәлдәр әйтте, төрлө милләт бейеүҙәре элементтары менән бейеү башҡарҙы, уйындар уйнаны. Сара башҡорт телендә барҙы һәм иң мөһиме кескәйҙәргә дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәклеген, һәр саҡ бергә, татыу йәшәү яҡшы икәнлеген төшөндөрҙө.
- Бөгөн Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө, балалар, күреп тороуығыҙса, байрамға шат. Йәй көнө мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары балаларҙың ваҡыттары мөмкин тиклем файҙалы үтһен, һауыҡтырыу йүнәлешендә саралар уҙғарып, сабыйҙар яңы уҡыу йылы башланыуға яҡшы кәйеф, күтәренке күңел менән һәм физик яҡтан сәләмәт булып аяҡ баҫһын тип тырыша. Бөгөнгө байрам бик оҡшаны, беҙҙән бигерәк иң мөһиме тәрбиәләнеүселәрҙең күңеленә хуш килде, рәхәтләнеп йырланылар, бейенеләр. Бындай сараларҙың маҡсаты - балаларға мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында уҡ бер ғаилә кеүек татыу булып йәшәүҙең мәғәнәһен аңлатыу, берҙәмлектең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, ошолай тәрбиәселәр сабыйҙарҙа иң яҡшы сифаттарҙы тәрбиәләүгә ынтыла, - тине мәғариф идаралығының баш белгесе Нататья Ляшик.
- Бөгөнгө сарала кесе, урта һәм өлкән йәштәге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Улар йырланылар, бейенеләр, Тыр-тыр менән Белгәккә дуҫлыҡ мөһим икәнлеген иҫбатланылар. Бергәләшеп дуҫлыҡ хороводында өйрөлдөләр һәм рус, башҡорт, татар бейеүҙәрен башҡарҙылар, бының менән улар күп милләтле республикала йәшәүебеҙҙе күрһәттеләр. Беҙ йыл һайын Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөнә бағышлап байрам уҙғарабыҙ, ул, ғәҙәттә, тышта, саф һауала һәм күңелле шарттарҙа уҙа, - тип һөйләй 53-сө балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: