газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Август 2021, 10:10

«Ҡояшҡай»ҙа ҡояш йылмайыр

Салауат балалар йорто яҡшы үҙгәрештәргә әҙерләнә. Бында мунса-кер йыуыу комплексын төҙөкләндереү буйынса ҡыҙыу эштәр бара.

«Ҡояшҡай»ҙа ҡояш йылмайыр
«Ҡояшҡай»ҙа ҡояш йылмайыр

Салауат балалар йорто яҡшы үҙгәрештәргә әҙерләнә. Бында мунса-кер йыуыу комплексын төҙөкләндереү буйынса ҡыҙыу эштәр бара.

«Ҡояшҡай» балалар йортоноң барлыҡ коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки мунса-кер йыуыу комплексы сафҡа инеү менән көндәлек уңайлыҡтар барлыҡҡа киләсәк, балалар рәхәтләнеп мунса инеп, саунала һәм бик тә файҙалы булған тоҙ шахтаһында ултырып, тәндәренә лә, йәндәренә лә сихәт алып сыға аласаҡ. Бинанан тыш, уның тирә-яғын да тәртипкә килтереү күҙаллана.
Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алып уҙырға кәрәк, балалар йортоноң мунса-кер йыйыу комплексын төҙөкләндереүҙе ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов маҡсат итеп ҡуя һәм идея «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла башлай.
- Уҡыу йылы башланға тиклем балалар йортонда мунса-кер йыуыу комплексы барлыҡҡа киләсәк. Бөгөнгө көнгә ресурс менән тәьмин итеү компаниялары менән техник ҡарарҙар, инженер коммуникацияларҙы монтажлау буйынса эштең ҙур күләме башҡарылған. Подрядсылар фасадты йылытыуҙы тамамлай, бинала биҙәү эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрөп уҙам, мунса-кер йыуыу комплексы эше 10 йыл элек туҡтатылған булған һәм “Газпом нефтехим Салауат” компанияһы һәм Айрат Кәримовтың ярҙамы менән был объектта төҙөлөштө тергеҙергә мөмкин булды, - тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Был комплекс файҙаланыуға тапшырылыу менән “Ҡояшҡай” балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең тормошо күпкә йәнләнер, уңайлыраҡҡа әйләнер, тип ышанабыҙ.
Фото Игорь Мироновтың сәхифәһенән алынды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: