газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Август 2021, 17:25

Мәктәп уҡыусыларына түләүҙәр бирелә башлай

Рәсәй президенты Владимир Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды ваҡытынан алда - 2 августан түләй башларға ҡушҡайны. Был турала дәүләт башлығы шаршамбы, 28 июлдә, белдерҙе.

10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклемге (3 июлдән һуң тулһа) балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнән тыш, аҡса уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә.
Мәктәп программаһына ярашлы уҡыуҙарын дауам иткән инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға (18 йәштән 23йәшкәсә) ла аҡса түләнергә тейеш.
Ғаризалар 15 июлдән ҡабул ителә башланы. Әгәр ата-әсәләр пособиены йәй бөткәнсе юллап өлгөрмәй икән, быны улар сентябрҙә, октябрҙә лә эшләй ала, тейешле ғаризаларҙы Пенсия фонды 1 ноябргә тиклем ҡабул итә.

Фото: recyclemag.ru

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: