Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2021, 11:10

Бергә тәрбиә, белем алыу хоҡуғы

- Бер улым гимназияла уҡып йөрөй. Ҡыҙымды ла ошо уҡ мәктәпкә биреү хоҡуғым барҙыр бит. (Альбина)

Бергә тәрбиә, белем алыу хоҡуғы
Бергә тәрбиә, белем алыу хоҡуғы

- Бер улым гимназияла уҡып йөрөй. Ҡыҙымды ла ошо уҡ мәктәпкә биреү хоҡуғым барҙыр бит. (Альбина)

- Яңыраҡ ғәмәлгә ингән федераль закон баланы ағаһы йәки апаһы тәрбиәләнгән балалар баҡсаһына, уҡыған мәктәпкә тәү сиратта алыу хоҡуғын бирә. Башҡортостанда ошондай уҡ норма йылға яҡын эшләй, ул граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәре нигеҙендә былтыр июль айында индерелде. Хәҙер бындай тәртип бөтә ил буйынса эшләйәсәк.
- Ата-әсәләр йыш ҡына балаларын бер үк мәктәпкә урынлаштыра алмай интегә ине. Ғаиләләр бер урындан икенсе фатирға күсенгән осраҡта, белем биреү учреждениелары баланы теркәлеү урыны буйынса уҡыуға ҡабул итә. Һөҙөмтәлә өлкән балалары уҡыған мәктәпкә кесерәге эләгә алмай. Балалар баҡсаһы менән дә шундай уҡ хәл. Ата-әсәләргә был уңайһыҙлыҡтарға түҙергә тура килә, улар балаларын төрлө урынға алып барып, һуңынан төрлө ерҙәр алып ҡайта. Республика законы был проблеманы систе, хәҙер федераль кимәлдә лә ошондай уҡ норма ҡабул ителде, - тип аңлатма бирә республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: