газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Июль 2021, 11:45

Рекордлы йыл - 85 миҙалсы

Быйыл ҡалала “Белем алыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына дәғүә итеүселәр һаны быға тиклем булмағанса күп ине. Ун бер йыл буйына уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 85 ҡыҙ һәм егет Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, үҙҙәренең иң яҡшылар сафында булыуын иҫбатланы. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов уларға лайыҡлы наградаларын Балалар(үҫмерҙәр) ижады һарайында тантаналы шарттарҙа тапшырҙы.

Рекордлы йыл - 85 миҙалсы
Рекордлы йыл - 85 миҙалсы

Быйыл ҡалала “Белем алыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына дәғүә итеүселәр һаны быға тиклем булмағанса күп ине. Ун бер йыл буйына уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 85 ҡыҙ һәм егет Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, үҙҙәренең иң яҡшылар сафында булыуын иҫбатланы. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов уларға лайыҡлы наградаларын Балалар(үҫмерҙәр) ижады һарайында тантаналы шарттарҙа тапшырҙы.

Залға инер алдынан, алдынғы уҡыусылар Дан аллеяһы өсөн үҙҙәренең бармаҡ эҙҙәрен ҡалдырҙы.
- Бөгөн ошо залда һеҙҙең шат йөҙҙәрегеҙҙе күреү ҡыуаныс. Быйыл ҡалала миҙалсыларҙың рекордлы һаны билдәләнде. Минең өҫтә яуаплы миссия - уҡыуҙағы айырым уңыштар өсөн миҙал тапшырыу. Тағы ла бер тапҡыр һеҙгә афарин тип әйтке килә. Был ҡаҙанышҡа ирешеү өсөн ни тиклем ҡатмарлы булыуын, күпме көс һәм энергия сарыф ителеүен яҡшы аңлайым. Һеҙ был наградаға лайыҡлы. Теләктәрегеҙгә ирешеүегеҙҙе, тормош ҡатмарлыҡтарын еңеп сығыуығыҙҙы, һөнәрегеҙҙең булмышығыҙға әйләнеүен, буласаҡ эшегеҙҙең ҡәнәғәтлек килтереүен теләйем. Белегеҙ, Салауат һеҙҙе көтөп ҡала, - тип ихлас теләне сығарылыш уҡыусыларына ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Һәм бына тулҡынландырғыс мәлдәр килеп етте. Оҙайлы йылдар тырышлыҡ һөҙөмтәһе булған миҙалдарҙы ҡулдарына алғанда ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең йөҙҙөрендә йылмайыу, ә уларҙың ата-әсәләренең күҙендә ғорурлыҡ йәштәре сағылды.
Әйткәндәй, байрамда сығарылыш уҡыусыларына миҙалдан тыш, сағыу буклет һәм “Сикһеҙ Салауат” проекты сиктәрендә “Выбор” гәзитенең электрон вверсияһына подписка бүләк иттеләр.

1-се лицей уҡыусыһы Диана Ниғмәтуллина мәктәпте 10 йылда бөткән. 11 йыл урынына нисек 10 йылда тамамлаған, тип һорарһығыҙ.
- Мин 10-сы класты ғына тамамларға тейеш инем, әммә 7-се класта экстерн рәүештә 8-се класс программаһын да үттем һәм 9-сы синыфҡа “һикерҙем”. Был идеяны миңә уҡытыусылар тәҡдим итте, ә минең был уҡыу килеп сыҡты. Ысынын әйтәм, беренсе кластан алтып миҙал алырға хыялландым. Быға элекке сығарылыш уҡыусылары дәртләндерҙе, минең дә улар кеүек “Баллы бал”да полонез һәм гранд-вальс бейегем килде. Телевизор аша ундағы байрам мөхитен күреп, әсәйемә, минең дә бейегем, яҡшы итеп уҡығым һәм миҙал алғым килә, тинем. Маҡсатыма ирештем, - ти ҡыҙ. - Уҡыуҙан тыш башҡа ҡыҙыҡһыныуҙарым да бар. Былтыр сәнғәт мәктәбен тамамланым, 13 йыл буйына Рәсәйҙең “Ағиҙел” халыҡ ижады коллективында шөғөлләнәм. Мәскәү йәки Петербургта “Сәнәғәт, граждандар төҙөлөшө” һөнәренә уҡырға инергә планлаштырам.
Диана уҡыу йылдарында ҙур ярҙам күрһәтәкән, терәк булған уҡытыусыларға һәм ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Виталий Хәсәнов, 19-сы мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы:
- Дөрөҫөн әйткәндә, миҙал ала алмаҫмын тип, уйлағайным. Төп маҡсат БДИ-ла юғары балл йыйыу ине. Һуңыраҡ ике предметтан “дүртле” билдәләрен төҙәтеп, миҙалсы була алыуымды аңланым. Мин уҡыған мәктәптә бик яҡшы уҡытыусылар эшләй, улар лайыҡлы белем бирә. Үҙемде артыҡ аҡыллы тип иҫәпләмәйем, ударник булдым, туғыҙынсы класта уҡығанда имтихандарҙы тапшырғанда тырыштым һәм бына 11-се класты яҡшы билдәләргә тамамларға тигән мотивация барлыҡҡа килгәс, мин шуға ынтылдым. Артабанғы ниәтем Мәскәү вузына инеү һәм, бәлки, Салауатҡа ла әйләнеп ҡайтырмын. Футбол менән шөғөлләнгәндә төрлө ҡалаларҙа булырға тура килде, Салауат йәшел ҡала, архитектураһы матур булыуы менән миңә оҡшай.
- Мин үҙемдең улым менән ғорурланам һәм уның өсөн шат. Ул 11 йыл буйына тырышып уҡыны. Дәрестәрен төнгө сәғәт 1-2-гә тиклем эшләй торғайны. Мин уға: “Улым, йоҡла, ял ит, үҙеңде һаҡла”, тиһәм дә, ул барыбыр уҡый торғайны. Улыма һәм бөтә миҙалсыларға яҡшы вузға инеүҙәрен һәм уңышлы уҡыуҙарын теләйем, - ти сығарылыш уҡыусыһының атаһы Илдар Хәсәнов.

Ләйсән Айытбаева, 2-се кадет мәктәбен тамамлаусы:
- Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыным. 10-сы класта, үҙем дә көтмәгәндә, бөтә фәндәр буйынса “бишле” билдәләре сыҡты. Шуның өсөн 11-се класта ла тырышырға һәм миҙал алырға ҡарар иттем. Планда - Өфө нефть-техник университетының Салауат йәки Стәрлетамаҡ филиалына инеү. Ә уҡып бөтөп, һөнәр алғас, эшләргә тыуған ҡалама ҡайтырмын, тип уйлайым.
Эльвира Рәхимова фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: