газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Июнь 2021, 11:04

Балаларҙың әкиәт иленә сәйәхәте

Салауаттың 10-сы балалар баҡсаһы башҡорт әкиәттәрен башҡарыусыларҙың онлайн конкурсында еңеү яуланы.

Балаларҙың әкиәт иленә сәйәхәте
Балаларҙың әкиәт иленә сәйәхәте

Салауаттың 10-сы балалар баҡсаһы башҡорт әкиәттәрен башҡарыусыларҙың онлайн конкурсында еңеү яуланы.

Республика буйынса башҡорт әкиәттәрен башҡарыусылар араһында ижади бәйге үтте. Ул Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен, этно мәҙәни йолаларын һаҡлау һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән һәм республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тарафынан ойошторола.
10-сы балалар баҡсаһының башҡорт телен өйрәнеүсе төркөм педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре мәктәпкәсә йәштәге ҡаташыусылар араһында “Башҡорт халыҡ әкиәттәрен иң яҡшы башҡарыусы” номинацияһында һынау тота. Беҙҙең ҡала сабыйҙары жюри ҡарамағына “Айыу менән бал ҡорттары” башҡорт халыҡ әкиәтетенең театрлаштырылған видеоролигын тәҡдим итә. Конкурс эше бәйгенең рәсми сайтына һалына. Онлайн тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Салауат мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының әкиәте призлы урынға лайыҡ була. 10-сы балалар баҡсаһы диплом һәм еңеүсе кубогы менән бүләкләнә.

Читайте нас: