газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Июля , 12:25

Эскән килеш йөрөгән өсөн машинаһыҙ ҡалды

Салауат ҡалаһы суды эскән килеш автомобилгә идара иткәне өсөн элек ошондай уҡ хоҡук боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған урындағы кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Эскән килеш йөрөгән өсөн машинаһыҙ ҡалдыЭскән килеш йөрөгән өсөн машинаһыҙ ҡалды
Эскән килеш йөрөгән өсөн машинаһыҙ ҡалды

2025 йылдың апрелендә иҫерек ир (быға тиклем уны быға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырғандар) Haval Jolion маркалы автомобиль руле артына иҫерек килеш ултыра. Уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата һәм ҡулға ала. Медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡаны өсөн ул иҫерек хәлдә, тип таныла.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын тулыһынса таный.
- Суд уға 200 сәғәт мәжбүри эш биреп, ике йыл дауамында транспорт сараларына идара итеүгә бәйле шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итте , шулай уҡ автомобилен конфискацияланы. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән, - тип аңлатма бирҙе суд ҡарарына ҡала прокуроры вазифаһын башҡарыусы Денис Саниев.

Фото «Выбор» гәзитенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас