

Хәбәрҙе тикшереү өсөн һаҡланған объектҡа шунда уҡ Росгвардияның ике төркөмө ебәрелә.
Һатыусы хәбәр итеүенсә, магазин хеҙмәткәрҙәре сауҙа залын асыуға әҙерләй, был ваҡытта ябыҡ быяла ишеккә ир шаҡый башлай. Һатыусы уға кибеттең әле асылмағанын һәм 10 минут көтөргә кәрәклеген аңлата. Әммә был яуап ирҙең асыуын килтерә: ул кеҫәһенән бысаҡ сығарып, ҡатынға янай һәм кисекмәҫтән араҡы һатыуҙы талап итә. Ҡатын «хәүефле» төймәгә баҫа.
Росгвардиясылар хоҡуҡ боҙоусыны күрше ихатала хәбәр ителгән билдәләр буйынса оператив рәүештә ҡулға ала. 38 йәшлек урындағы кеше ҡаршылыҡ күрһәтә, шуға күрә уға ҡарата ҡануниәткә ярашлы физик көс һәм ҡул бығауы ҡулланыла. Шунан һуң ул артабанғы тикшереү өсөн полицияның тәфтиш оператив төркөмөнә тапшырыла. Ҡулға алынған кешенең бысағы тартып алына.
Фото Башҡортостан Республикаһы Росгвардияһының матбуғат хеҙмәтенән.