газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
9 Июнь 2022, 18:25

Үҙ хеҙмәтенә тоғро

Балиғ булмағандар эше буйынса инспектор булып эшләгән кешегә ниндәй сифаттар хас булырға тейеш? Уның хеҙмәте балалар менән бәйле, шулай булғас, был һөнәрҙе һайлаусы педагог та, психолог та, ныҡышмалы һәм талапсан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле һәм иғтибарлы булырға тейеш. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспекторы хеҙмәтенә егерме өс йыл ғүмерен бағышлаған Ирек Исмәғилов тап шундай сифаттарға эйә.

Үҙ хеҙмәтенә тоғро
Үҙ хеҙмәтенә тоғро

Балиғ булмағандар эше буйынса инспектор булып эшләгән кешегә ниндәй сифаттар хас булырға тейеш? Уның хеҙмәте балалар менән бәйле, шулай булғас, был һөнәрҙе һайлаусы педагог та, психолог та, ныҡышмалы һәм талапсан, шул уҡ ваҡытта изге күңелле һәм иғтибарлы булырға тейеш. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспекторы хеҙмәтенә егерме өс йыл ғүмерен бағышлаған Ирек Исмәғилов тап шундай сифаттарға эйә.

Ирек Әғлиулла улы мәктәптә уҡығанда саңғыла йөрөү менән мауығып китә, шуның өсөн тормошон да спорт менән бәйләргә була һәм Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегенә уҡырға инә. Унда өс йыл уңышла уҡып сыҡҡандан һуң, йәш егетте армияға алалар. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ауылында физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
Мәктәптәге эш уға оҡшай, тик шулай ҙа уның күңеле актив тормошҡа ынтыла. Салауат эске эштәр бүлегенә балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор талап ителеүен белгәс, үҙ көсөн һынап ҡарарға була, етмәһә, балалар менән эшләүҙә уның тәжрибәһе бар.
Тәүҙә йәш милиционерға хеҙмәт еңел бирелмәй, ни тиһәң дә, ауыл ере түгел, ҙур ғына ҡала, криминалистик хәл дә ябайҙарҙан түгел. Эше балалар, ғаиләләр менән бәйле, әммә ул балалар имен булмаған ғаиләләрҙән. Профилактик иҫәптә генә бер участкала бер нисә ғаилә һәм үҫмер торған була һәм уларҙың һәр береһенә шәхси ҡараш талап ителә.
Бер нимәгә ҡарамай, Ирек Исмәғилевтың күңеле ҡатмай, ике тиҫтәнән ашыу йыл дауамында ул үҙ хеҙмәтен ентекле һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Баҫалҡы, артыҡ күп һөйләшмәгән, шулай ҙа уның ҡарамағындағы балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре менән еңел генә уртаҡ тел таба алыусы һәм кешенең күңеленә етерлек итеп еткерә белеүсе кеше ул. Йылдар үтеү менән элек иҫәптә торған йәштәр, хәҙер үҙҙәре ата-әсә булған кешеләр, ауыр мәлдә Ирек Әғлиулла улының яндарында булыуҙары, дөрөҫ тормош юлын күрһәтеүҙәре һәм яҙмыштарындағы аяныслы хәлдәрҙән һаҡлап ҡалыуҙары өсөн рәхмәт белдерәләр.
Полиция майоры йылдар дауамында йыйған тәжрибәһен подразделениеның йәштәре менән дә бүлешә.
Һис һүҙһеҙ, майор Исмәғилевҡа хеҙмәт итеү осоронда бик күп хәүефле яҙмыштар шаһиты булырға тура килә. Иректән мәхрүм ителеү, ғаиләләрҙән балалар тартып алыныу осраҡтары ла була. Һуғышыуҙар, эскелек, балаларҙың күҙ йәше - төрлөһө була, уның үҙенә лә хулигандарға ҡаршы торорға мәжбүр була. Кешеләргә хас булған хәстәрлекте, мәрхәмәтлекте һәм изге күңеллелекте юғалтмаҫҡа уға ғаиләһе ярҙам итә. Ғаиләһе хаҡында Ирек Әғлиулла улы айырым бер йылылыҡ менән телгә ала. Уның хәләл ефете Бүләк Сәмиғулла ҡыҙы ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә, өлкән ҡыҙҙары Диана Башҡорт медицина университеты студенты, икенсе ҡыҙҙары Камилла һәм улдары Муса гимназияла уҡыйҙар. Улар тормош иптәше һәм аталарының еңел булмаған хеҙмәтенә аңлап ҡарай һәм һәр ваҡыт ярҙам итеп, терәк булып торалар.
- Полиция майоры Ирек Исмәғилев - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса иң яҡшы инспекторҙарҙың береһе. Быға ғәжәпләнерлек түгел, сөнки ул үҙ эшен ярата, - тиҙәр уның хаҡында хеҙмәттәштәре.

Илмира Хәйбуллина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: