газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Февраль 2022, 14:05

Алданмағыҙ, ололар!

Бер нисә йыл элек «Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына осраған» схемаһы мутлашыусыларға ҙур табыш килтерҙе. Яуыз уйлы әҙәмдәр ҡорбандарына үҙҙәрен уның ейәне, ҡустыһы йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре булараҡ таныштырып, фажиғә булыуы, юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәр бар һәм мәсьәләне көйләү өсөн курьер аша ҙур сумма аҡса тапшырырға кәрәк тураһында хәбәр итә.

Алданмағыҙ, ололар!
Алданмағыҙ, ололар!

Һуңғы ваҡытта был схеманы енәйәтселәр йәнә ҡуллана башланы.
Аҙаҡҡы бер нисә көндә генә Салауат ҡалаһында йәшәгән дүрт оло йәштәге кеше енәйәт ҡорбаны булды һәм йыйған аҡсаларын юғалтты.
86 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра. Уның ейәнсәре юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған һәм мәсьәләне яйға һалыу өсөн түләргә кәрәклеген хәбәр итә.
Яҡын кешеһенең яҙмышы өсөн ҡурҡып, ҡатын 130 мең һум аҡсаһын бирергә ризалашҡан. Күпмелер ваҡыттан һуң билдәһеҙ ир пенсионерҙың өйөнә килеп, аҡса һалынған пакетты алып киткән. Ләкин бының менән шылтыратыуҙар туҡтамай. Шылтыратҡан ир банкка барып, иҫәптә булған аҡсаны сисеүҙе талап иткән. Һәм ҡатын ҡабат буйһона. Өйгә ҡайтып, бөтә күрһәтмәләрҙең үтәлеүен белдергәс, ҡатынға шул уҡ ир килеп, 700 мең һум аҡсаһын алып киткән. Шул уҡ көндө кисен пенсионер ҡатынға улы килеп китә, уның аша ул ейәнсәре менән барыһы ла һәйбәт икәнен белә.
Унан тыш, тап ошондай һылтау менән 100 мең һум аҡсаһынан 87 йәшлек ҡатын ҡолаҡ ҡаға.Ҡаланың полиция бүлегенә тағы ике пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итте, уларҙың береһе - 146 мең һум, ә икенсеһе дүрт йөҙ мең һум аҡсаһыҙ ҡала.
Әлеге ваҡытта бөтә факттар буйынса тәфтиш алды тикшереүҙәре уҙғарыла, мутлашыу билдәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге уяу булыу һәм бындай шылтыратыуҙарға ышанмау үтенесе менән граждандарға, айырыуса өлкән йәштәгеләргә мөрәжәғәт итә. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Илмира Хәйбуллина, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: