газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
23 Ноябрь 2021, 17:40

Әллә һөйөү, әллә томана

Мөхәббәт эҙләгән ҡатын ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Әллә һөйөү, әллә томана
Әллә һөйөү, әллә томана

Мөхәббәт эҙләгән ҡатын ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Мөхәббәт өсөн йән фиҙа, тиҙәр һәм был ысынлап та шулайҙыр. Быға үҙенең тәжрибәһендә 24 йәшлек ҡатын инана.
Ике бала әсәһе яңы хис-тойғолар эҙләп, социаль селтәрҙәрҙең береһендә виртуаль роман ҡора башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң аралашыу реалгә әйләнә. Яңы танышы йәш ҡатынға ышаныслы булып күренә һәм ул тормош иптәшен, йыйған донъяһын ташлап, ике балаһын ала ла уның янына китә.
Әммә ысынбарлыҡ ундай яҡшы булып сыҡмай, сөнки һөйгәне күптән наркотиктар мауыҡҡан булып сыға, бынан тыш, наркотиктарға бәйле енәйәт ҡылыуы өсөн хөкөмгә лә тарттырылған. Әсә кеше үҙенең өйҙәшен һөйләшеп аҡылға ултырырға күндереп ҡарай, тик һөйләшеү генә уны алама ғәҙәтенән арындыра алмай.
Күпмелер ваҡыт үткәс был алама нәмә ҡатындың тормошона ла үтеп инә. Көндәрҙең береһендә һөйгәне ул өйҙә булмағанда бер кешегә наркотиклы пакет һатыуҙы һорай. Ҡатын күп уйлап тормай, уның ҡушҡанын үтәй. Әммә һуңынан асыҡланыуынса, был һатып алыу наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш буйынса оперуполномоченныйҙарҙың күҙәтеүе аҫтында башҡарыла һәм һөҙөмтәлә ҡатын ҡулға алына.
Артабан оперативниктар өйҙө тикшереп сыҡҡас, йәш парҙа тағы ла наркотик матдәләр таба.
Әлеге ваҡытта шикле ҡатынға ҡарата наркотик матдәләр һатыуҙа аҫтыртын ярҙам итеү, ә уның өйҙәшенә ҡарата шаҡтай ҙур күләмдә наркотиктар һатыу һәм уларҙы һаҡлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәргә ҡаралған статьялар санцияһы 8 йылдан алып 15 йылға тиклем иркетән мәхрүм итеү менән янай.
Һөйәркәһе арҡаһында үҙенең тормошо һәм балаларының яҙмышы боҙолһа ла, ҡатын һаман да уны ҡаплай. Бына шундай ҡыҙғаныслы мөхәббәт...

Авторы: Илмира Хәйбуллина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: