Хәлде тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре иргә октябрь айында билдәһеҙ номерҙан шылтыратыуҙарын асыҡлай. Шылтыратыусы үҙен банк хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм ирҙең исеменә кредит алырға тырышыуҙары тураһында хәбәр итә. Ир, төрлө мутлашыу схемалары тураһында белһә лә, ишеткән мәғлүмәткә тиҙ генә ышана һәм әңгәмәсеһенең инструкцияһы буйынса эшләй башлай.
Иң башта ирҙе банк иҫәбендә ятҡан ярты миллиондан ашыу аҡсаһын алып, улар әйткән телефон һандары буйынса күсерергә күндерәләр, йәнәһе бының менән ир аҡсаларын хәүефтән һаҡлай. Артабан шылтыратыусылар, аралашыу һәм ҡушымталарға инеүе еңелерәк булһын өсөн, 15 меңгә смартфон һатып алыуын һорайҙар. Шунан ир бер нисә кредит алып, әйтелгән телефон һандары буйынса тағы ла аҡса күсерә.
Ошо көндәрҙә 45 мең һум эш хаҡы алып эшләгән завод хеҙмәткәре алданыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Ышаныусан иргә килтерелгән дөйөм зыян 2 миллион 22 мең һум тәшкил иткән.
Айырыуса ҙур күләмдә ҡылынған мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше башланған.
Салауат ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлеге иҫкәртә: ошондай шылтыратыу алған осраҡта, әңгәмәне өҙөп, үҙегеҙ банктың “ҡыҙыу линия”һына шылтыратығыҙ. Иғтибарлы булығыҙ! Таныш булмаған йәки сит кешеләрҙең һүҙҙәренә ышанмағыҙ. Енәйәтселәргә һеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ!
Илмира Хәйбуллина, Салауат ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлеге.