

Гуманитар ярҙам ташыуҙа күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн 57-се гвардия мотоуҡсылар полкы икенсе гвардия мотоуҡсылар батальонының тәьмин итеү взводының рәхмәт хаты менән Азамат Шакиров бүләкләнде.
Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаты МиңлеғәлеШайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Ильвира Анпилоговаға тапшырылды.
Ғаиләһенә ҡарата һөйөүе һәм балаларына өлгөлө атай булғаны өсөн Альберт Рәхимов «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы номинанты дипломы менән билдәләнде.
Алена БИЗИКИНА фотолары.