

Салауат ҡалаһында «Көмөш ирекмәндәр» хәрәкәте 2019 йылдан алып үҙенең фиҙакәрлеге менән халыҡ һөйөүен яуланы. Был ойошмала йәше лә, өлкәне лә, йөрәктәре йәш, дәртле кешеләр берләшкән. Улар ҡала, республика һәм ил кимәлендәге төрлө социаль, экологик һәм патриотик сараларҙа һәр ваҡыт алдынғы сафта.
Осрашыу барышында Марат Зәһиҙуллин ирекмәндәрҙең хеҙмәтен юғары баһаланы:
- Һеҙҙең эшегеҙҙе яугирҙар ғына түгел, бөтә ил белә һәм хөрмәт итә. Һәр эшегеҙҙә ихласлыҡ һәм Еңеүгә булған ҙур ышаныс сағыла, - тине ул.
Ирекмәндәр Ленин урамындағы бәләкәй генә бинала өс сменала эшләй, ә кемдер, урын етмәү сәбәпле, өйҙә лә эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында Ильвира Анпилогова йылы хистәр менән һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, төркөмдә төрлө һөнәр эйәләре - элекке инженерҙар, математиктар, эшселәр бар. Уларҙың барыһын да бер маҡсат - фронттағы егеттәргә ярҙам итеү теләге берләштерә.
- Беҙҙең төп ресурс - кешеләр. Зина Гусева Пензанан, Оптика-механика заводында эшләгән. Надежда Дегтярева Белоруссиянан йүнәлтмә буйынса килә, ремонт-механика заводында конструктор булып эшләй. Вера Новинькова элек математик булған, ә беҙҙең хаҡта белгәс, сафҡа ингән. Хәҙер ул селтәрҙәр бәйләй, ире окоп шәмдәре өсөн әҙерлек эшләй, туғандарының береһе дронға ҡаршы селтәрҙәр бәйләй, ә улы Алексей, ағас эшкәртеү производствоһы етәксеһе,
ебәреү өсөн мунса-бочкалар әҙерләй, - тип уртаҡлашты Ильвира Анпилогова.
Көмөш ирекмәндәрҙең бер генә проблемаһы бар: үҙәктә урын бөтәһенә лә етмәй.
- Был мәсьәләне нисек хәл итеү тураһында идеялар бар. Бер һүҙ әйтәм, беҙ был һорау өҫтөндә эшләйбеҙ, - тип ышандырҙы ирекмәндәрҙе Марат Зәһиҙуллин. - Өлкән быуын Советтар Союзында тәрбиәләнгән. Һеҙгә берҙәмлек, бер-берегеҙ, ҡала халҡы һәм әле махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәр алдында ҙур яуаплылыҡ хас. Иң мөһиме, хөрмәтле ирекмәндәр, һеҙҙең йөрәгегеҙ ҙур һәм күңелегеҙ киң. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем. Күңелегеҙҙә янған
ут һәр ваҡыт алға ғына алып барһын!
Алена БИЗИКИНА фотоһы.