

Ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркындағы «Еңеү этаптары» мемориаль комплексы 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы Таис Ғөбәй улы Колышевтың инициативаһы менән асыла. Унда быға тиклем Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғаларын сағыл- дырған алты стела урынлаштырыл- ғайны. Хәҙер комплекс Брест ҡәлғәһен обороналауға арналған тағы бер иҫтәлекле мемориал менән тулыланды.
Аҡ автомобилдең яй ғына халыҡты йырып, стела янына тиерлек килеп туҡтауын барыһы ла ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ә унан әкрен генә легендар ветеран Таис Ғөбәй улы Колышев сыҡты. Бер мәлгә барыһы ла тынып ҡалды. Таш янына килеп еткәс, ул оҙаҡ ҡына өндәшмәй уның алдында баҫып торҙо. Уның тәрән ҡарашында юғалтыуҙар һыҙланыуы ла, бөйөк батырлыҡ өсөн ғорурлыҡ та сағыла ине. Ветеран, ошо ваҡыт эсендә, әйтерһең, Брест ҡәлғәһе геройҙары менән һүҙһеҙ генә һөйләшкән һымаҡ тойолдо.
- Йәш быуынға һуғыш тураһында һөйләһәң, улар, ғәҙәттә, тыңлайҙар һәм оноталар. Мин был фажиғәле һуғыш тураһында хәтерҙе нисек оҙағыраҡ һаҡларға икән, тип оҙаҡ уйландым, һәм әлеге идея башҡа килде. Ҡала хакимиәтенең һәм башҡа ойошмаларҙың ярҙамы менән ошондай комплекс тергеҙелде. Брест ҡалаһы беренселәрҙән булып фашистик Германияның һөжүмен ҡабул итә һәм дошманды Тыуған илебеҙ сигенә яҡын ебәрмәй оҙаҡҡа тотҡарлай. Бындай мемориаль комплекстар йәш быуындың хәтерен яңыртыу, уларҙа Тыуған илгә ҡарата ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө һәм һөйөү тойғоһо тәрбиәләү өсөн кәрәк. Был стелалар - үткәндәр менән киләсәк араһындағы ныҡлы күпер. Ҡала хакимиәтенә был изге урынды яҡшы торошта тотҡандары өсөн рәхмәт белдерәм әйтәм, - тине Таис Ғөбәй улы үҙенең сығышында.
- Быйыл март айында ҡалабыҙҙың Почетлы граждандары менән осраштыҡ, һәм улар Таис Ғөбәй улының идеяһын тормошҡа ашырыуҙы - «Еңеү этаптары»нда Брест ҡәлғәһен обороналауға арналған стеланы ҡуйыуҙы үтенеп һораны, һәм, ниһайәт, беҙ быны булдырҙыҡ. Таис Ғөбәй улы, һеҙгә парк территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы этаптарына арналған тарихи стелалар булдырыу идеяһы өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең тыл хеҙмәтсәндәренә арналған стела асыу уйы менән яныуығыҙҙы беләбеҙ. Бөгөн был эште башҡарырға вәғәҙә бирәбеҙ: ҡышҡы осорҙа рельеф эшләйәсәкбеҙ һәм 9 майға уны асасаҡбыҙ.Таис Ғөбәй улы, бөйөк Еңеүгә, ҡалабыҙ үҫешенә индергән өлөшөгөҙ, бөгөнгө көндә лә Бөйөк Ватан һуғышының ауыр осорҙары тураһында хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ, тағы оҙаҡ йылдар төплө кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, беҙҙең менән бергә булығыҙ, - тине
үҙ сығышында ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин һәм йәштәргә мөрәжәғәт итте. - Ҡәҙерле уҡыусылар, балалар! Былар барыһы ла ата-бабаларыбыҙҙың Еңеүгә ҙур юғалтыуҙар менән өлгәшкәнен иҫтә тотоу өсөн эшләнә. Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, бөгөн дә нацизм баш ҡалҡытып маташа, шуға егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла Тыуған илебеҙҙе яҡларға мәжбүр. Уларға еңелдән түгел, әммә Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, сөнки Рәсәй берҙәм булыуы менән көслө.
Һуңынан тантанала ҡатнашыусылар Брест ҡәлғәһен обороналауға арналған стелаға, шулай уҡ комплекстың башҡа монументтарына сәскәләр һалды.
Таис Ғөбәй улы Колышев хакимиәт башлығы менән бергә бөтә мемориалдар буйлап ашыҡмай үтте, һәр стела янында туҡтап, уның тураһында тарихты һөйләне.
Ветеран билдәләүенсә, Сталинград уға башҡа ҡалаларға ҡарағанда нығыраҡ яҡыныраҡ, сөнки тап шунда ул алыштарҙа артиллерия разведкаһы бүлексәһе командиры сифатында ҡатнаша.
- Мин бындай разведкала 22 ай хеҙмәт иттем. Һуғышты Дүртенсе Украина фронтында тамамланым. Украинаны, Молдавияны, Румынияны, Венгрияны, Австрияны азат итергә тура килде. Һуғыштан һуң тағы ла алты йыл Германияла топографик разведка батареяһы старшинаһы булып хеҙмәт иттем. 1951 йылда демобилизацияландым. Әйткәндәй, Сталинградта Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған сарала мин дә ҡатнаштым. Унда президентыбыҙ ҙа булды, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла саҡырылғайны, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Таис Ғөбәй улы.