

Салауаттың тарихитыуған яҡты өйрәнеү музейында яугирҙарҙың батырлығын сағылдырған тәьҫирле күргәҙмә асылды.
Экспозицияға ҡуйылған 50-нән ашыу предмет - ябай ғына әйберҙәр түгел, ә һәр береһе үҙ тарихына эйә булған «телһеҙ шаһиттар». Пуля эҙҙәре ҡалған каскалар, тишелгән ҡаҙандар һәм ваҡыты туҡтаған сәғәттәр - былар барыһы ла һалдаттарҙың өҙөлгән яҙмыштарын хәтерләтә. «Бөгөн беҙ күргәҙмәне асып ҡына ҡалмайбыҙ. Был күргәҙмә - 1941 йылдағы һалдат менән бөгөнгө көн яугирын тоташтырыусы күҙгә күренмәгән еп. Экспозиция ике төп осорҙо сағыштырырға мөмкинлек бирә: Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле документтары менән йәнәш, хәҙерге махсус хәрби операцияла ҡулланылған ҡоралдар һәм техника урын алған», - тине музейҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева.
Экспозиция блоктарға бүленгән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған стендтар үҙенсәлекле фон булып тора, уларҙа немецфашист илбаҫарҙарының тәртипһеҙлектәре тураһында ысын йәшерен документтар күрһәтелә. Янында АҠШ-та, шулай уҡ Италияла, Швецияла, Германияла һәм Европа берлегенең башҡа илдәрендә етештерелгән ҡорал һәм бронезащита саралары бар,
уларҙы Украина яғы хәҙерге ысынбарлыҡта ҡуллана.
- Күргәҙмәнең үҙәгендә - хәҙерге заман һуғышының төп атрибуттары: төрлө типтағы дрондар, шул иҫәптә «БабаЯга» пилотһыҙ аппаратының модернизацияланған төрө. Шулай уҡ бында Бөйөк
Ватан һуғышы йылдарында уҡ ҡулланылған, әммә бөгөнгө көндә лә әһәмиәтен юғалтмаған, яңыртылған БМ37 минометы ла бар, - тип һөйләне эҙәрмән, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә
урынлашҡан «Авангард» уҡытыу-мөтодика үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы Александр Дон.
Эҙәрмәндәр тапҡан иң ҡыҙыҡлы экспонаттарҙың береһе - 1915 йылғы гравюраһы һаҡланған пехота көрәге. Уны 2022 йылда Ленинград өлкәһендә тапҡандар. Был әйберҙәрҙең һәр береһе эҙәрмәндәрҙең оҙайлы һәм фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
- Беҙ уны 2022 йылда Ленинград өлкәһенең Кириши ҡалаһында таптыҡ. Көрәкте сығарғас, уның һабағында 1915 йыл гравюраһы табыла. Йәғни әлеге ваҡытта уға 100 йылдан ашыу, әммә ул тулыһынса һаҡланып ҡалған, - тип аңлатма бирҙе Александр Дон.
- Экспонаттарҙы күрһәткәндә, күргәҙмәгә әҙерләнгәндә, һәр ваҡыт үҙебеҙ Бөйөк Ватан һуғышы осорона сумабыҙ. Бөтә экспонаттар ҙа тиерлек беҙҙең ҡулдар аша үтте, уларҙы яугирҙар менән
бергә күтәрҙек, һуңынан уларҙы өйҙәренә ҡайтарҙылар, - тине Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге директоры Илдус Мөсәлимов.
Күргәҙмәне асыу тантанаһына махсус хәрби операция ветерандары ла саҡырылғайны. Уларҙың береһе - Салауат егете Михаил Романов. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан
яугир, ғаиләһен һәм өс балаһын ҡалдырып, үҙ теләге менән контракт буйынса фронтҡа киткән. Авдеев һәм Покров йүнәлештәрендәге ауыр һуғыштарҙа ҡатнашып, яраланып ҡайтһа ла, ул үҙенең был ҡарарына үкенмәй.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов «Беҙҙең заман геройҙары: Бөйөк Ватан һуғышынан махсус хәрби операцияға тиклем» күргәҙмәһенә юғары баһа бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, был экспозиция - Еңеүҙең ниндәй ауыр хаҡ менән килеүен иҫкә төшөрөүсе мөһим сара. Күргәҙмәләге һәр бер әйбер - һуғыш яланындағы ҡурҡыуҙы, юғалтыу әсеһен һәм сабырлыҡты үҙ йөрәге аша үткәргән кешеләрҙең тере тарихы - Был экспонаттар - беҙҙең һәм киләсәк быуын өсөн тарихтың айырылғыһыҙ өлөшө. Тарихты китаптан уҡыу бер хәл, ә уны үҙ күҙең менән күреп, ҡул менән тотоп ҡарау - бөтөнләй икенсе. Ул саҡта кеше ғүмеренең ҡәҙерен, уның теләһә ҡайһы мәлдә өҙөлөргә мөмкин икәнен тәрән аңлайһың. Ошо ҡиммәтле эште башҡарғандары өсөн тарихитыуған яҡты өйрәнеү музейына, эҙәрмәндәргә һәм шәхсән Илдус Мөсәлимовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип билдәләне Сергей Данилов.
Был күргәҙмә - батырлыҡтың быуындарҙың күсәгилешлеген, ил һағында тороусыларҙың рухы һынмауын раҫлаусы мөһим сара.
Зилә СӘЛИМОВА.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.