

ЯЛҒАН ДУҪТАР ҺӘМ СЕЛТӘР ҠАПҠАНДАРЫ
ФСБ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, әлеге заманда интернеттың файҙаһы менән бергә зыяны ла күп.
- Интернетта таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙың аҙағы йыш ҡына күңелһеҙ тамамлана. Һеҙҙең менән әңгәмә алып барыусылар итәғәтле, әҙәпле булып күренә, ә ысынында иһә, бының артында күпме бәлә, хәүеф ята. Улар һеҙҙең изге ниәттәрегеҙҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Шуға күрә, әгәр ниндәйҙер шик тыуа икән, был турала атаәсәйегеҙгә, уҡытыусыларға йәки яҡын кешеләргә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, -тине ФСБ вәкилдәре.
ЕҢЕЛ АҠСА - АУЫР ЯҘМЫШ
Осрашыуҙа махсус хәрби операцияһына ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Уҡыусыларға был операцияның төп маҡсаттары, берҙәмлек тигән төшөнсәнең әһәмиәте аңлатылды. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бөгөн һәр кеше, бигерәк тә үҫмерҙәр, үҙҙәренең һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан атаәсәләренең хәүефһеҙлеге тураһында уйларға тейеш.
- Хәрби хәрәкәттәр барған биләмәләрҙән йәки билдәһеҙ номерҙарҙан һеҙгә шылтыратыуҙары мөмкин. Улар төрлө ысулдар менән мәғлүмәт алырға, һеҙҙе йәки яҡындарығыҙҙы файҙаланырға
маташыр. Күп аҡса вәғәҙә итеп, һеҙҙе хәүеф ҡорбаны итеүҙәре ихтимал. Ә еңел аҡса - ул ауыр яҙмыш. Шуға бик һаҡ һәм уяу булыу кәрәк. Бер кемгә лә шәхси мәғлүмәттәр бирмәгеҙ, - тип иҫкәрттеләр ФСБ вәкилдәре.
Сара аҙағында уҡыусылар һорауҙар биреп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған фекерҙәрҙе белдерҙе. Улар был осрашыуҙың файҙалы булыуын билдәләне.
Фото Федераль именлек хеҙмәтенән.