

Финиза Артамонова Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫкән. Уның медицинаға юлы Салауат медицина колледжы стеналарынан башлана.
- Шул йылдарҙы һағынып иҫкә алам, - тип йылмая Финиза Зиннәт ҡыҙы. - Беренсе курста уҡығанда уҡ ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә кесе шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаштым. Тормош тағы ла йәнлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ
була башланы: дәрестәр сменалар менән алмашынды, практик күнекмәләр алынған белемдәрҙе нығытты. Был ысын тормош мәктәбе булды.
2008 йылда Финиза колледжды тамамлай һәм кейәүгә сыға.
- Тормош иптәшем дә - медицина хеҙмәткәре - Ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Павел Артамонов. Беҙҙе уртаҡ эш берләштерә, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Ғаиләбеҙҙә ике бала - улыбыҙ Данил һәм ҡыҙыбыҙ Ангелина тәрбиәләнә. Улар - ғорурлығыбыҙ һәм таянысыбыҙ. Улыбыҙ 11-се класта уҡый, уҡыу йортон һайлау алдында тора, ҡыҙыбыҙ - 7-се класс уҡыусыһы, - ти ул.
Финиза Артамонова 2019 йылға тиклем офтальмология бүлегенең пост шәфҡәт туташы булып эшләй.
- 2019 йылда мине операция шәфҡәт туташына ҡайтанан әҙерлек үтергә ебәрҙеләр. Диплом алғас, отоларингология бүлегенең операция бүлмәһендә эшләй башланым. 2020 йылда дауаханала асылған диагностика һәм дауалауҙың рентген-хирургия ысулдары бүлегенә күстем. Пандемия осоронда ковид госпиталендә лә эшләргә тура килде, - тип һөйләй Финиза.
Махсус хәрби операция биләмәһенә нисек юлланған һуң ҡыйыу йөрәкле ҡыҙ, уны быға нимә этәргән?
- Хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк унда ашҡындым, әммә быны нисек эшләргә кәрәклекте белмәнем. Хеҙмәт юлымды башлаған саҡта уҡ Чечня һуғышы йылдарында эшләгән ҡатын менән танышҡайным. Шул саҡ күңелгә: «Ә ниңә миңә лә үҙемде һынап ҡарамаҫҡа?» тигән уй кереп ояланы. 2025йылдың октябрендә МХО-ға медик ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйыу тураһында ишеткәс, шунда уҡ тәүәккәлләнем, ғаиләм менән кәңәшләшеп, контракт төҙөнөм. Ирем тәүҙә
минең был аҙымға барырыма ышанып етмәне, әммә мине уйымдан кире күндереү файҙаһыҙ ине. Яугирҙарыбыҙ аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшкәндә, беҙ ҙә уларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн алышырға тейеш, тигән фекерҙәмен, - тип һөйләүен дауам итә ҡыйыу Финиза. - Документтарҙы рәсмиләштергән арала шәфҡәт туташтары тураһында күп видеолар ҡараным, мәҡәләләр уҡыным. Һәм, бына күптән көтөлгән көн килде - әйберҙәремде йыйып юлға сыҡтым. Госпиталдә операция шәфҡәт туташы булып эшләйем. Эш ҡатмарлы булһа ла, физик ауырлыҡ тоймайым, ә бына эмоциональ яҡтан үтә ҡыйын. Әлегә тиклем яугирҙарыбыҙҙың ауыртыу-һыҙланыуҙарын һәм юғалтыуҙарын үҙем аша үткәрмәҫкә өйрәнә алманым. Йәш егеттәрҙе, уларҙың емерелгән яҙмыштары бик йәл. Әммә күҙ йәштәре аша алға бараһың һәм эшләйһең. Коллективыбыҙ һәйбәт булып сыҡты. Беҙҙең дивизияла һәм госпиталдә Башҡортостандың ҡала-райондарынан егеттәр күп. Һәр пациент - китаптың яңы бүлеге кеүек, һәр яҙмыш күңелдә үҙ эҙен ҡалдыра. Хәтеремдә, беҙгә аяҡтары ныҡ туңған йәш егетте килтерҙеләр. Тәүге көндәрҙә ул бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ятты: ыңғыраша, йөрәкте өҙгән ауыртыуҙарға түҙмәй илай. Процедуралар үткәреү икебеҙ өсөн дә ауыр һынауға әүерелде. Күҙ йәштәремде йәшереп кенә һөртөп йә уны йәлләйем, йә төшөнкөлөккә бирелмәһен өсөн юрый ҡаты әрләйем. Шулай бөтә дауаланыу курсын уңышлы үтеп бөтөп, уны госпиталдән сығарҙылар. Ә өс айҙан һуң беҙгә ҡабаттан эләкте. Мине күреп, ныҡ итеп ҡосаҡлап алды. Бында кеше ғүмеренең ни тиклем ҡыл осонда тороуын аңлайһың, хәүеф-хәтәр аҙым һайын һағалап тора, атыу-тауыштар тынмай тиерлек. Беренсе тапҡыр ныҡ ҡурҡаһың, ә һуңынан...күнегәһең. Тик ҡурҡыу бер ҡайҙа ла китмәй, ул профессиональ белемеңде файҙаланып, тиҙ, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә, сөнки бер секундҡа ла уяулыҡты юғалтырға ярамай -
дошман йоҡламай.
Финиза Артамонова билдәләүенсә, уға көстө Аллаһы Тәғәләгә ышанысы, ғаиләһенең һөйөүе һәм ярҙамы бирә. Үҙе әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә ул ике тапҡыр ялға ҡайтҡан, уны яҡындары, ғаиләһе менән уҙғарған. Тәүәккәл ҡыҙҙың тарихын тыңлап, ирекһеҙҙән ул ниндәй позывнойлы икән, тигән һорау тыуҙы?
- Позывнойым - Феня. Оҙаҡ баш ватырға тура килмәне, сөнки күптәргә исемемде әйтеү ауырыраҡ. Ә бер хирург, позывнойымды яңылыш ишетеп, мине Фея тип атаны. Ул әле лә шулай тип йөрөтә. Йәш коллегалар һәм пациенттар иһә яратып «Феня әсәй» тип мөрәжәғәт итә, - ти аҡ халатлы фәрештә.
Финиза Артамонованың Ватанға хеҙмәт итеүе - ғаиләһе өсөн ҙур ғорурлыҡ.
- Финиза был турала миңә әйткәс, тәүҙә аптырап ҡалдым. Әммә мин уны һәр ваҡыт һәм һәр нимәлә хуплайым. Уның менән 2005 йылдан танышбыҙ, шуға холҡон яҡшы беләм, ул - ҡыйыу, үткер, мәрхәмәтле кеше. Ковид башланғас та, тәүгеләрҙән булып «ҡыҙыл зона»ға юлланды. Ғөмүмән, ҡайҙа ярҙам кәрәк - ул шунда. Уны МХО-ға юлланыу уйынан кире ҡайтарыу файҙаһыҙ икәнлеген аңлай инем инде. Һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа ут эсенә инергә баҙнат итмәҫ. Шуға, нисек кенә ауыр булмаһын, уның менән килешергә тура килде. Миңә булған ышанысы өсөн уға ҙур рәхмәт. Балаларыбыҙ ҡапыл үҫте, әсәйҙәре яу яланында үҙ бурысын үтәгәндә бөтә йорт мәшәҡәттәрен улар үҙ өҫтөнә алды, төп ярҙамсыларыма
әйләнде, - ти ҡыйыу ҡатындың тормош иптәше Павел Артамонов.
- Әсәйебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Әлбиттә, тәүге мәлдәрҙә шул тиклем ҡыйын булды: уны юҡһындыҡ, һағындыҡ. Һуңынан көндәлек эштәрҙе үҙаллы башҡарырға өйрәндек. Беҙ уның өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ һәм ҡулдан килгәнсә уға ярҙам итергә тырышабыҙ, - ти ҡыйыу һәм көслө ҡатындың балалары.
Финиза Зиннәт ҡыҙы менән уның отпускыһы ваҡытында аралашҡайныҡ, әле ул ҡабаттан яу яланына әйләнеп ҡайтып, яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыуын дауам итә.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Фотолар Финиза Артамонованың шәхси архивынан.