Көнүҙәк
28 Сентября , 04:44

Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс

Әлеге ваҡытта яугирҙарыбыҙ алғы һыҙыҡта илебеҙ сиктәрен һаҡлай. Улар менән бер рәттән тыныслыҡ өсөн көрәш күктәрҙә лә бара - был юлды һайлағандарҙың хеҙмәте лә еңелдән түгел. Был - ил именлеген тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө.

Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тынысҺеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс

22 сентябрҙә «Ватан Геройҙары» махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәгендә «Ватан һаҡсыһына» миҙалдары күкте пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлаусы Мобиль ут төркөмөндәге 22 кешегә тапшырылды.
- Ҡала хакимиәте һәм ҡала халҡы исеменән хеҙмәтегеҙ һәм ҡалабыҙҙы һаҡлағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Салауат - ҙурлығы буйынса Башҡортостанда өсөнсө ҡала, беҙҙә күп мөһим иҡтисади объекттар бар. Уларҙы һаҡлау республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан контролдә тотола. Беҙҙең партнер, ҡалаға нигеҙ һалыусы «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы һеҙҙең өсөн бөтә шарттар булдыра: торлаҡ, ҡорамалдар, транспорт менән тәьмин итә. Бының өсөн компанияның генераль директоры Евгений Семенькоға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ арҡаһында ҡалабыҙ тыныс йәшәй, граждандарҙың именлеге һаҡлана, заводтарыбыҙ эшләй. Батырлығығыҙ һәм ҡалабыҙҙы һаҡларға әҙер булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ҡала халҡы менән аралашҡанда улар һеҙҙең эшегеҙ менән ғорурланыуын белдерә, - тине ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
- «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Семенько исеменән барығыҙҙы ла сәләмләйем һәм рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙең заводтарҙағы именлек - ул көндәлек хеҙмәтегеҙ, даими күнекмәләр һәм корпоратив
һаҡ хеҙмәте менән берлектәге эшегеҙ һөҙөмтәһе. Был сафта тәжрибәле кешеләр тора, арағыҙҙа ҡоралды ысын яу яланында һынап ҡараусылар ҙа бар. Хеҙмәтегеҙҙең ауыр икәнлеген белеп, һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Евгений Леонидович ҙур коллективтар менән йыйылған саҡта һәр ваҡыт хәүефһеҙлек тураһында һөйләй. Әле тыныс ваҡыт түгел, уяулыҡты юғалтырға ярамай. Ғаиләләребеҙ беҙҙе эшкә оҙатҡанда кисен имен- аман ҡайтыуыбыҙҙы көтөп ҡала, шул 
производство хәүефтәре өҫтөнә террористик акттар, тышҡы һөжүмдәр ҙә өҫтәлде. Ҡалала булып үткән һуңғы ваҡиғалар һеҙҙең әҙерлегегеҙҙе һәм берҙәм эшләй белеүегеҙҙе тулыһынса раҫланы. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! - тине «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Рөстәм Казаков.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов та батыр егеттәргә рәхмәт белдереп, уларҙың күкте генә түгел, ҡалабыҙҙы, донъябыҙҙы һәм һәр беребеҙҙе һаҡлауын билдәләне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткәне өсөн Андрей Ханин Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. 

Дүртөйлөнән Рәмил Даянов беҙҙең ҡалала Мобиль ут төркөмөндә контракт буйынса хеҙмәт итә. Вазифаһы - взвод командиры. 
- 2021 йылда уҡ мобилизация резервына ингәйем, составта взвод командиры инем. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡала алманым - үҙ иркем менән илебеҙҙе һаҡларға юлландым. Унда КамАЗ водителе булып хеҙмәт иттем, «Хәрби отличие өсөн» миҙалы менән бүләкләндем. Контракт тамамланғас, тыуған яҡтарға ҡайттым. Хеҙмәткә тиклем «Башкиравтодор»ҙың Дүртөйлө филиалында эшләнем. Әле Салауатта Мобиль ут төркөмөнөң командирымын.
Был вазифа - иң элек ҙур яуаплылыҡ. Тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итәбеҙ, һәр хәлгә әҙер булырға тейешбеҙ, - тип һөйләй Рәмил Даянов. - Салауат миңә бик оҡшай: ул матур, төҙөк, кешеләре ихлас һәм әҙәпле.

Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Һеҙ булғанда күктәр булыр имен, ерҙәр - тыныс
Автор:Дина Галеева
Читайте нас