газета "Салауат"
+29 °С
Облачно
Көнүҙәк
8 Сентября , 04:10

Яугирҙың яңы юлы

Ватан һаҡсылары - улар рухлы кешеләр, яуҙан ауыр яралар менән ҡайтһалар ҙа, өйҙә бикләнеп, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, тормошто яңынан башлап, башҡаларға өлгө күрһәтә. Салауат егете Радмир Нурмөхәмәтов - шундайҙарҙың береһе.

Яугирҙың яңы юлыЯугирҙың яңы юлы
Яугирҙың яңы юлы

Егет Салауат ҡалаһында тыуған. Уға һигеҙ йәш тулғанда Мәләүез районының Корнеевка ауылына күсенәләр, яҙыусы Булат Рафиҡов исемендәге мәктәптә уҡый. Хәрби хеҙмәтен Түбәнге Новгород өлкәһенең Мулино ҡасабаһында үтә, танк ғәскәрҙәрендә Т-72Б3 танкыһының механик-водителе була. Ҡайтҡас кондиционерлау һәм вентиляциялау системаларын ремонтлау менән шөғөлләнә. Тик көтмәгәндә уға тыныс  тормоштағы һөнәрен башҡаға алмаштырырға тура килә.
- Махсус хәрби операцияға мин дә битараф ҡала алманым, һәм 2024 йылдың 27 апрелендә контрактҡа ҡул ҡуйып, алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙҙе яҡлаған егеттәр янына юлландым. Был ҡарарҙы туғандарым, яҡындарым аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәһен өсөн аңлы рәүештә ҡабул иттем, - ти Радмир.
Ул 35-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһында разведка батальонында өлкән разведчик булып хеҙмәт итә. Был подразделениела хеҙмәт итеү өсөн яугирҙарға физик яҡтан сыныҡҡан, сыҙамлы, сабыр була белергә кәрәк. Разведчиктың төп ҡоралы - ул уның зиһене, күреү һәм ишетеү һәләте.
- Бурысыбыҙ еңелдән булманы, әммә имен тормош хаҡына ҡулдан килгәнден барыһын да эшләнек, - ти Радмир. - Ауыр ваҡыттарҙа беҙгә ғаиләләрәбеҙ, яҡындарыбыҙ көс бирҙе. Махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат егеттәрен күргәнем булманы, әммә бер ваҡыт яҙмыш Мәләүез районынан күрше ауылдан яҡташымды осраттырҙы.
2025 йылдың авгусында Радмир хәрби бурысын үтәгәндә мина шартлауы арҡаһында яралана. Шул сәбәпле демобилизациялана.
- Әле мин өйҙәмен, әммә егеттәр менән бәйләнеште өҙмәйем. Беҙ - бер бөтөн. Гуманитар ярҙам илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килде, шул иҫәптә Салауат ҡалаһынан да. Берҙәмлектә генә көс. Барыһына ла рәхмәтлебеҙ, - ти яугир.
Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, Радмир төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙен ҡулға алып, яңы тормош төҙөй башлай - ул Салауатта кондиционерлау һәм вентиляциялау системаларын монтажлау, хеҙмәтләндереү буйынса үҙ эшен аса.
- Маҡсатым - алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәр өсөн эш урындарын булдырып, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, үҙ урындарын табырға ярҙам итеү, - ти Радмир Нурмөхәмәтов.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас