+17 °С
Облачно


Был проект тураһында һүҙ былтыр уҡ ҡуҙғатылғайны. Ул саҡта ҡала етәкселеге республиканың Төҙөлөш министрлығы һәм Торлаҡ төҙөлөшө фонды вәкилдәре менән берлектә киләсәк пландарҙы тикшергәйне. Бер йылдан ашыу ваҡыт эсендә проект етди әҙерлек үтте: документтар рәсмиләштерелде, коммуникацияларҙы тоташтырыу буйынса техник мәсьәләләр хәл ителде.
- Проект дәүләт экспертизаһын үтте, фонд менән конкурс нигеҙендә подряд ойошмаһы билдәләнде. Бочкарев урамында заманса, уңайлы йорттар төҙөләсәк. Был күп ғаиләләр өсөн үҙ торлағына эйә булыу мөмкинлеге, - тип билдәләне Марат Зәһиҙуллин.