газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Көнүҙәк
14 Августа , 04:57

Киң күләмле яңырыу эштәре

«Төҙөүсе» стадионы, яңыртылғандан һуң, спорт тормошоноң үҙәгенә әүерелде. Спидвей буйынса Рәсәй Кубогы финалы кеүек ҙур ярыштарҙа трибуналарҙың тулы булыуы халыҡтың был спорт төрөнә битараф булмауын күрһәтә. Сираттағы яңылыҡ - стадионды бер нисә яңыртыу көтә.

Киң күләмле яңырыу эштәреКиң күләмле яңырыу эштәре
Киң күләмле яңырыу эштәре

ФЛАГШТОКТАР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ЯҢЫ ТРЕК
Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин башланғысы менән стадион биләмәһендә 18 метрлыҡ дүрт флагшток ҡуйыла. Санкт-Петербург белгестәре тарафынан монтажланған был ҡоролмаларҙа Рәсәй, Башҡортостан, Салауат ҡалаһы һәм стадиондың флагтары елберләйәсәк. Төнгө ваҡытта улар махсус яҡтыртыласаҡ. «Төҙөүсе» стадионы директоры Павел Федонин билдәләүенсә, конструкцияларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уларҙы махсус нығытмаларға ҡуялар.
Эштәрҙе 1 сентябргә, юниорҙар араһындағы Рәсәй беренселеге финалына тиклем тамамлау планлаштырыла. Шулай уҡ, стадиондың килемлелеген арттырыу маҡсатында, билет хаҡтарын күтәреү мәсьәләһе лә ҡарала.
Бынан тыш, ҡышҡы спидвей өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй тректы ла яңыртыу ҡаралған.
- Трассаның профилен үҙгәртергә кәрәк, сөнки йәш спортсыларға боролошта боролорға уңайһыҙ - тип проблемаға баҫым яһаны ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары - иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Семен Евграфов. - Уны оҙайтырға һәм киңәйтергә, хәүефһеҙерәк итергә кәрәк.
Профилде үҙгәртергә, яңы ҡойма ҡуйырға, булған тупраҡты алып сығырға, ә тамашасылар өсөн трибуналар ҡуйырға ҡарар ителә. Был эштәрҙең сифаты ҡәтғи контролдә тотоласаҡ.
КҮЛДӘГЕ ФОНТАН ҺӘМ ҠАЛА ЙҮКӘЛӘРЕН ЯҠТЫРТЫУ
Ҡала паркындағы күлдә яҡтыртыу менән һыу фонтаны барлыҡҡа киләсәк.
- Салауаттың йәмлелеген арттырыу өсөн парк зонаһында ла эштәр алып барыла. Төп фонтанды капиталь ремонтлау барышында ҡала халҡына уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн, күлдә яҡтыртылған һыу фонтаны ҡуйыласаҡ, - тине хакимиәт башлығы.
Ҡаланың йүкә аллеяларын яҡтыртыу буйынса ла проект бар. Марат Зәһиҙуллин фекеренсә, төнгө ваҡытта ағастарҙы төҫлө уттар менән биҙәү ҡалаға үҙенсәлекле йылылыҡ һәм матурлыҡ өҫтәйәсәк. Салауатлыларҙың ял итеү урындары тағы ла күркәмлерәк һәм уңайлыраҡ булып ҡаласаҡ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас