

Диңгеҙ пехотаһы подразделениеһында хеҙмәт иткән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙамды бөтә ҡала менән көмөш ирекмәндәр, «Синдикат» Гуманитар операциялар үҙәге һәм уралкомсервис» производство предприятиеһы вәкилдәре йыя. Йөктө алғы һыҙыҡҡа «Синдикат» үҙәге вәкилдәре алып бара.
- Дрондар әүҙем булыу сәбәпле, мототранспорт ифрат мөһим роль уйнай: ҡайһы саҡта ул яугирҙарҙы позицияға илтеү, кәрәк-яраҡ ташыу, яралыларҙы эвакуациялау өсөн берҙән-бер юл булып тора, - тип билдәләй улар.
Мопедтан тыш, яугирҙарға дымлы салфеткалар, маскировка селтәрҙәре, инструменттар, портатив заряд биреү станцияһы, аптечкалар, йоҡо тоҡтары, запас частар һәм башҡа күп нимәләр ебәрелә.
Фото «Синдикат» Гуманитар операциялар үҙәгенән.