

- Олатайым Әкрәм Исмәғил улы Ирназаров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә, Штутгартҡа тиклем барып етә, Еңеүҙән һуң 5-6 йыл Украинала нацист формированиеларының ҡалдыҡтары менән көрәш алып бара, - тип һөйләй 2023 йылда контракт буйынса хеҙмәткә юллаған Руслан.
Махсус хәрби операцияла Русландың ағалары ла ҡатнаша. Хәрби рух һәм патриотизм - уларҙың ҡанында.
- Был ғаилә традицияһы быуындан-быуынға тапшырыла. Мин һәр ваҡыт хәрби хеҙмәт менән ҡыҙыҡһына инем, тик сәләмәтлек торошом арҡаһында армияға алынмағас, бик ҡайғырҙым, өс тапҡыр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иттем. Махсус хәрби операция башланғас, контракт төҙөп, Ватанды яҡларға киттем. Һауа-десант ғәскәрҙәренең 331-се полкына, беренсе штурмлау ротаһына эләктем. Салауаттан беҙҙең ротала бер кем дә юҡ ине, әммә Башҡортостандан бер нисә кеше булды, - тип уртаҡлаша яугир.
Руслан әйтеүенсә, уларҙың полкы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан гуманитар ярҙам ала.
- Өйҙә яҡындарыбыҙҙың көтөүе, беҙгә ышаныуҙары һәм имен-аман әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы теләп доға ҡылыуҙары тураһындағы уй күңелебеҙҙә йәшәүгә өмөт уятты, - ти яугир. - Көндәр ауыр үтте, Бахмутта дислокацияландыҡ. Утҡа тотоуҙар көн һайын булды: йә артиллерия, йә дрондар. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк ине. Хәрби бурыстарҙы ул саҡта тулыһынса дошман контроле аҫтында булған Часов Ярҙа үтәнек. Иң ҡурҡыныс мәл позицияла ваҡытта дрон аҫтында ҡалыуым булғандыр. Уға ҡарап торған саҡта бер нисә секунд эсендә күҙ алдымдан бөтә тормошом үтеп китте. Хәлде самалап, уңайлы мәлде көтөп кенә торҙом да, мина ырғытҡан мәлдә бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ артына һикерҙем. Дрон заряд артынан китте, мин блиндажда йәшерендем. Ҡурҡыу тойғоһо, был ғүмеремдең һуңғы мәлдәрелер, тигән хәүефле уй аҙаҡ ҡына башҡа барып етте. Ошо бурысты үтәгәндә яраландым. Бахмутҡа ҡайтҡас, шунда уҡ медицина ротаһына, һуңынан госпиталгә оҙаттылар.
Сәләмәтлек торошо арҡаһында Руслан демобилизациялана. Аяғы яраланыу уның хеҙмәтенә нөктә ҡуя.
Руслан - ғаиләле, ҡатыны һәм дүрт йәшлек улы бар. Үҙе әйтеүенсә, улар - илһам һәм шатлыҡ сығанағы, ормош мәғәнәһе. Тиҙҙән Айытбаевтарҙың ғаиләһе ишәйәсәк: ғаилә икенсе сабыйҙарын түҙемһеҙлек менән көтә.
Руслан Айытбаев киләсәктә программист һөнәрен алырға ниәтләй. Әммә уның өсөн әле иң мөһиме - тиҙерәк ерҙә тыныслыҡ урынлашыуы, сөнки аяҙ күк йөҙө аҫтында ғына ысынлап хыялланырға, киләсәккә пландар ҡорорға һәм иртәгәге көнгә ышаныслы ҡарарға мөмкин.