газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Көнүҙәк
31 Июля , 05:52

Авария өҙгән ғүмерҙәр

Бөгөн, 31 июлдә, иртәнге сәғәт 5.49-ҙа Өфө урамында ҡот осҡос авария теркәлә, унда 18 йәшлек егет һәм 15 йәшлек ҡыҙ һәләк була. Тағы өс пассажир, шул иҫәптә 14 йәшлек ҡыҙ һәм 24 йәшлек водитель дауаханаға оҙатылған.

Авария өҙгән ғүмерҙәрАвария өҙгән ғүмерҙәр
Авария өҙгән ғүмерҙәр

Үлемесле ваҡиға тураһында Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Веста» автомобиле водителе идара итеүҙе юғалтып, кюветҡа төшөп китә, унда ағасҡа бәрелә. Ул медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Авария сәбәптәрен Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ваҡиға урынында эшләгән башҡа хеҙмәттәр асыҡлай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Салауат прокуроры вазифаһын башҡарыусы Александр Стрельников килә.
Фото: прокуратураның матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ тулыландырыла.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас