газета "Салауат"
+31 °С
Облачно
Көнүҙәк
28 Июля , 04:20

Яугирҙар хаҡында хәстәрлек

Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ҡалала яңы асылған «Ватан Геройҙары» үҙәгендә граждандарҙы ҡабул итте, яугирҙар һәм уларҙың яҡындары менән осрашты. Унда хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, бөтә структур бүлектәр: һаулыҡ һаҡлау, хәрби комиссариат, социаль фонд, ҡала хужалығы идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.

Яугирҙар хаҡында хәстәрлекЯугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек

Ҡабул итеүҙә мөһим темалар: бушлай медикаменттар алыу менән бәйле ауырлыҡтар, шифахана-курорт дауаланыуына путевкалар юллау, эшкә урынлашыу, түләүҙәр һәм социаль адаптация мәсьәләләре күтәрелде. Барлығы һигеҙ кеше үҙ һорауҙары менән мөрәжәғәт итте.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Радмир Нурмөхәмәтов демобилизацияланғандан һуң төшөнкөлөккә бирелмәгән, ә тыуған ҡалаһында кондиционер һәм вентиляция системаларын монтажлау, хеҙмәтләндереү буйынса үҙ эшен асҡан. 
Консультация, субсидиялар рәүешендә ярҙам алып, үҙ бизнесын булдыра. Эшен киңәйткән осраҡта, егет уның менән тулы хоҡуҡлы килешеүҙәр төҙөүҙәрен һәм хеҙмәттәр күрһәтеүсе итеп иғлан итеүҙәрен теләй - ул профилле хеҙмәт  вәкилдәренә ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте.
- Беҙ һеҙгә документтар менән танышырға булышырбыҙ: электрон асҡыс эшләрбеҙ, шәхси кабинет менән файҙаланырға өйрәтербеҙ һәм сауҙала нисек ҡатнашырға кәрәклеген күрһәтербеҙ. Заказдар булғас, һеҙҙең менән бәйләнешкә инербеҙ, - тине хакимиәт башлығы урынбаҫары Семен Евграфов.

Салауат ҡалаһындағы «Минең бизнесым» үҙәге етәксеһе Ольга Аҙнаева билдәләүенсә, улар Радмир Нурмөхәмәтовҡа ярҙам итеп, бизнес- план әҙерләргә булышҡан, эшҡыуар үҙ эшен асыуға 350 мең һум күләмендә субсидия рәсмиләштергән. Хәҙер Радмир бизнесын башлау өсөн кәрәкле  ҡорамалдар һатып алыу процесында.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Булат Килсенбаев осрашыуға ҡатыны Римма менән килгәйне. Ғаилә хакимиәт башлығына ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейемен һатыу өсөн муниципаль сауҙа майҙандарын льготалы ҡуртымға биреүҙе
һорап мөрәжәғәт итте. Яугир үҙе билдәләүенсә, хакимиәт башлығы яҡын арала мәсьәләнең хәл ителәсәгенә ышандырған. 
- Беҙ ҡала яғынан бындай ярҙамға шатбыҙ. Күреүебеҙсә, хакимиәт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлө яҡлап булыша. Был осрашыуҙар исем өсөн түгел, ә конкрет проблемаларҙы хәл итеү өсөн үткәрелә. Башҡа егеттәргә лә шуны әйтергә теләйем: мотлаҡ ошондай ҡабул итеүҙәргә килегеҙ, бында ысынлап та ярҙам итәләр, - тип уртаҡлашты Булат Килсенбаев.
- Бөгөн яңы асылған «Ватан Геройҙары» үҙәгендә граждандарҙы тәүгә ҡабул иттек. Был осрашыу әле отпускыла булған йәки ҡалала реабилитация үткән яугирҙарыбыҙ, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре һәм ғаиләләре өсөн маҡсатлы ойошторолдо. Урынбаҫарҙарым, бөтә структур бүлектәр белгестәре ҡабул итеүселәрҙе иғтибар менән тыңланы,  мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө урында уҡ хәл ителде, ә ентеклерәк өйрәнеүҙе талап иткәндәре эшкә алынды, уларға тиҙ арала яуап бирәсәкбеҙ. Бындай саралар ай һайын үткәреләсәк, - тип билдәләне Марат Зәһиҙуллин.
Диалог ике сәғәт тиерлек дауам итте, һәр кем күңелен өйкәгән, үҙен борсоған һорауҙарын яңғыратты.
- Көн һайын тиҫтәләгән юридик характерҙағы мөрәжәғәттәр алабыҙ, - тип билдәләне «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Сергей Данилов. - Беҙгә документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам һораған һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре даими килә. Бөгөнгө осрашыу өсөн бөтә структураға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Хакимиәт менән тығыҙ бәйләнеш - ул мәсьәләләрҙе ҡағыҙҙа түгел, ә реаль эштәр менән хәл итеү мөмкинлеге. 

Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Яугирҙар хаҡында хәстәрлек
Автор:Дина Галеева
Читайте нас