+31 °С
Облачно


II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән өлкән лейтенант Ришат Әбелғужин һәм прапорщик Айҙар Ситдиҡов, Шайморатов миҙалы менән Миңлеәхмәт Исхаҡов бүләкләнде.
Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында һәләк булған рядовой Роман Ильясов һәм Михаил Иванов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Роман Ильясовтың наградаһын - ҡатыны Гөлирә Венер ҡыҙына, Михаил Ивановтыҡын әсәһе Алена Михайловнаға тапшырҙылар.
- Ҡулыңда янда булмағандарҙың орденын тотоп һөйләү еңел түгел. Улар хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлаясаҡбыҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.
Алена БИЗИКИНА фотолары.