

Тимур Туҡтағолов Ҡариҙел ауылында тыуған. Уға бер йәш булғанда ғаиләһе Салауатҡа күсеп килә. Бәләкәйҙән компьютер менән мауыға, һәм был уның артабанғы тормош юлын билдәләй ҙә инде: 17-се мәктәпте тамамлағас, Салауат индустриаль колледжына уҡырға инә, «Компьютер системалары һәм комплекстары» һөнәре буйынса диплом ала.
- Колледжды тамамлағас, армияға киттем - Көньяҡ Осетияла, Цхинвалда булдым. Йыл тиҙ үтеп китте. Ҡайтҡас, Федераль
яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының «19-сы дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеһы»на эшкә урынлаштым, эске хеҙмәт лейтенанты дәрәжәһенә тиклем үрләнем, - тип уртаҡлаша Тимур.
2024 йылдың июнендә ул етди ҡарар ҡабул итә - Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүгә контракт төҙөй.
- Был төплө уйланылған шәхси ҡарарым булды. Беренсенән, мине быға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарымдың батырлыҡтары этәрҙе. Уларҙың береһе, Әхмәтғәли Әхмәтшин фронтҡа 1942 йылдың ғинуарында саҡырыла. Шунда уҡ ҡаты Сталинград алышына эләгә. Һуңғы хаты 1942 йылдың ноябрендә килә, һуғыштан һуң «Хәбәрһеҙ юғалған»тигән хәбәр генә алалар. 2024 йылда ғына уның Сталинград янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгәнен белдек, - тип һөйләүен дауам итә яугир. - Икенсенән, ҡарарыма ике туған Илдар ағайымдың миҫалы ла йоғонто яһаны. Ул армия хеҙмәтенән һуң контракт буйынса ҡала, Чечня кампанияһын үтә, һуңынан тыуған яғы Ҡариҙелгә ҡайта. Әммә 2022 йылдың авгусында яңынан контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юллана. Хушлашҡандағы һүҙҙәре мәңгегә күңелдә уйылып ҡалды: «Йәштәр һәләк булғансы беҙҙең барыуыбыҙ яҡшыраҡ!» - тине. Уға 39 ғына йәш ине. Ул генерал Шайморатов исемендәге башҡорт батальонының штурмлау отряды составында хеҙмәт итте. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Жуков һәм «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде. Ике тапҡыр яраланды. Медицина күрһәтмәләре буйынса хеҙмәттән бушатыла алһа ла, ул башҡаса ҡарар ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2025 йылдың 10 майында уның менән бәйләнеш өҙөлдө, хәбәрһеҙ юғалған,тип иҫәпләнде. 2026 йылдың февралендә генә тыуған ауылы Ҡариҙелгә алып ҡайтып ерләй
алдыҡ.
Контракт төҙөр алдынан Тимур Илдар ағаһы менән кәңәшләшә.
- Ҡустыһы булараҡ, был аҙымымдан туҡтатырға тырышты. Әммә беҙҙең, Туҡтағоловтарҙың, башланған эште аҙағына алып барып еткерә торғандарҙан икәнде лә яҡшы белә ине. Өсөнсөнән, Тыуған илде һаҡлау - үҙен хөрмәт иткән һәр ир-егеттең изге бурысы. Шуға күрә мин башҡаса эшләй алманым, - ти Тимур Туҡтағолов. - Ата-әсәйемә тәүҙә әйтмәнем. Һуңынан, барыһын да белгәс, атайым мине ҡосаҡлап: «Был - һинең ҡарарың. Атай булараҡ, йөрәгемде ҡыҫып булһа ла,
һине ебәрәм. Иң мөһиме - бәйләнештә бул һәм тере ҡайт», - тине. Әсәйем, әлбиттә, иланы һәм әрләне... Минең артымдан, ике айҙан һуң, бер туған ағайым Радмирҙың контрактҡа ҡул ҡуйыуы ата-әсәйемә тағы ла ауырыраҡ булғандыр, тип уйлайым. Ул 27-се дивизияның 907-се айырым разведка батальонының разведка ротаһында хеҙмәт итте. Һуңғы тапҡыр ул атайым менән 2025 йылдың 19 ғинуарында бәйләнешкә сыға. Бер йыл буйы тиерлек хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. 24 декабрҙә генә Салауатҡа алып ҡайтып ерләйҙәр. Госпиталдә булып, ағайым менән хушлаша ла алманым - иң ауыры шул. Ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Тимур Туҡтағолов Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт итә.
- Яуҙа ял һәм байрам юҡ, бер минутҡа ла уяулыҡты юғалтырға ярамай, кире осраҡта, хата өсөн юғары хаҡ түләргә тура килә. Шуға күрә беҙ тәүлек әйләнәһенә хеҙмәттә булдыҡ иттек. Буш ваҡыт эләккәндә берҙән-бер уй - ғаиләм менән бәйләнешкә инеү ине.
Яугир хәҙерге һуғыштың элеккеләренән ныҡ айырылыуын билдәләй. Уның һүҙҙәренсә, төп проблема - алдынғы технологияларҙың күп булыуы.
- Дрондар, пилотһыҙ аппараттар һәр ваҡыт осоп йөрөй, - тип уртаҡлаша ул. - Дошман даими утҡа тота. Һуғышта яҡташтар рухы көслө. Беҙҙең батальонда ҡалабыҙҙан өс егет хеҙмәт итте. Беҙ, салауаттар, һәр ваҡыт бергә булырға тырыштыҡ.
Яугир әйтеүенсә, битараф булмаған кешеләрҙән гуманитар ярҙам алыу уларға көс өҫтәгән:
- Республикала йәшәүсе һәр кемдең дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индереүе беҙгә көс бирә. Башҡортостан һәм ҡала халҡына гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Ебәрелгән бөтә нимәне алдыҡ. Салауат башҡорт дәүләт драма театрына айырым
рәхмәт. Беҙҙең рота үтенесе буйынса Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәрҙәре ярҙам йыйыу иғлан иткәс, салауаттар ҙа ситтә ҡалмай. Вәғәҙә бирәм: реабилитация үткәс тә, мотлаҡ театрға барып
китәсәкмен.
Бер көн егеттең тормошон төптән үҙгәртә.
- Был хәл 2025 йылдың 10 авгусында булды - дошман минаһына баҫтым. Башта бер нимә лә аңламаным, һуңынан барып етте: бөттө баш! Әммә мин яңғыҙ түгел инем. Хәрби иптәштәрем күтәреп алып барҙы, һуңынан техникаға
күсереп һалдылар. Йәшәү мөмкинлеге биргәндәре өсөн уларға бөтә йөрәктән рәхмәтлемен. Артабан - госпиталь, аяҡты ампутациялау, госпиталгә йүнәлтмәләр. Унда яңы операциялар, оҙаҡ тергеҙелеү һәм протезлау көтә ине. Апрель аҙағында ғына өйөмә ҡайта алдым. Планда - тулыһынса реабилитация үтеү, эшкә урынлашыу һәм артабан йәшәү. Хәҙер мин ата-әсәйемдең берҙән-бер таянысы, уларға ярҙам итергә кәрәк. Әммә тормошомда яңы мәғәнә һәм ҙур яуаплылыҡ барлыҡҡа килде - ағайымдың улы Богдан. Уны атаһы менән ғорурланырҙай ысын ир-егет итеп үҫтерергә тейешмен, - тип һүҙен йомғаөланы Тимур Туҡтағолов.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.