Көнүҙәк
21 Июля , 06:52

Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс

Мәләүез районының Һәргәй ауылында иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиға булып үтте. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә мемориаль комплекс асылды. Был урын хәҙер ауыл халҡы өсөн ҡаһарманлыҡтың һәм Ватан алдындағы бурысҡа тоғролоҡтоң изге символы буласаҡ.

Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплексТарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс

Нөгөш ауыл советы хакимиәте башлығы Светлана Боровцова, митингыны асып, был һәйкәл яҡташтарыбыҙҙың батырлығына тәрән хөрмәт күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Уларҙың батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, - тип билдәләне Светлана Александровна. - Мемориалдың Һәргәй мәсете янында урынлашыуы ла осраҡлы түгел: был урын яҡташтарыбыҙҙың рухына доға ҡылыу, уларҙың иҫтәлеген хөрмәтләү өсөн тәғәйенләнгән. Геройҙар тураһында иҫтәлек - мәңгелек.
Нөгөш ауыл советы ауыл биләмәһе ветерандары советы рәйесе Андрей Давыденко:
- Дуҫтарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы юғалтыу ауыр, - тине Андрей Александрович. - Әммә беҙ үҙебеҙ менән йәнәш көрәшкән һәм бөгөн олатайҙарыбыҙҙың эшен дауам иткән һәр кемде иҫтә тоторға тейешбеҙ.
Был изге эштең башында Марат хәҙрәт Ишбаев тора. Тап уның инициативаһы һәм хеҙмәте арҡаһында ауыл ерендә был иҫтәлекле билдә барлыҡҡа килде.
- Ата-бабаларыбыҙ, хәҙер улдарыбыҙ - барыһы ла тыныс киләсәгебеҙ өсөн көрәшә. Беҙ был комплексты бөтә урындағы һуғыш геройҙары тураһында хәтерҙе берләштереү өсөн булдырҙыҡ, үҫеп килгән быуын уларҙы онотмаһын, - тине Марат хәҙрәт.
Салауат ҡала Советы депутаты Сергей Данилов ҡалала үткән сарала сығыш яһап, илһөйәрлек һәм хәтер темаһына айырым туҡталды. Ул депутаттар корпусы, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды һәм ветерандар ойошмалары исеменән йыйылғандарға мөрәжәғәт итте:
- Беҙҙең егеттәр ата-бабаларыбыҙҙың данлы юлын лайыҡлы дауам итә, - тине ул. - Улар үҙ ғүмерҙәрен дә аямайынса, Тыуған илебеҙҙең именлеге өсөн батырлыҡ күрһәтә. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ, уларҙың исеме мәңгелеккә хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ, ә рухтары өсөн доғалар ҡылабыҙ.
Форсаттан файҙаланып ул лайыҡлы наградалар ҙа тапшырҙы. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының «Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ» миҙалы менән Ишбаев Марат Мөбәрәк улы бүләкләндн. Рәсәй Геройы Владимир Трубанов исемендәге Салауат ҡалаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһынан Марат Мөбәрәк улына ҡаҙаныштары өсөн миҙал тапшырылды.
Шәйех, мөфтөй, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насыров был мәлдең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәсет эргәһендә ошондай мемориаль комплекс төҙөү - илебеҙҙәге мәсеттәр араһында берҙән-бер күренеш, Һәргәй ауылы халҡы беренсе булып бөтә илгә өлгө күрһәтте, тип билдәләне ул:
- Бөгөнгө хөрмәтле сарала Һәргәйҙән генә түгел, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаһынан да ҡунаҡтар йыйылды. Хәтер комплексын асыу - Марат хәҙрәттең идеяһы, ул был фекерен миңә еткерҙе, һәм беҙ тарихи хәтерҙе мәңгеләштерергә ҡарар иттек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға стела асыу иҫтәлекле билдә ҡуйыу ғына түгел, ә тыныслыҡ һаҡсыларына тәрән хөрмәт күрһәтеү һәм киләсәк быуындарҙы үҙ еренә һөйөү һәм бурысына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә мөһим аҙым булып тора.
Был изге эште юғары баһалау билдәһе итеп Рәмил хәҙрәт Марат Ишбаевҡа награда - Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының «Тарихи хәтерҙе һаҡлаған өсөн» миҙалын тапшырҙы.
Стәрлетамаҡ ветерандар Советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының 79 мең пенсионеры исеменән һеҙҙе бөгөнгө етди тарихи сара менән ҡотлайым. Беҙҙең ветерандар ойошмаһын бер нисә йыл инде «Әннәби» мәсете, уның етәксеһе Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты юғары мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров, шулай уҡ Марат хәҙрәт Ишбаев менән тығыҙ дуҫлыҡта. Бөгөн һәләк булған егеттәребеҙ исеменә иҫтәлек комплексы асабыҙ. Улар тыныс йәшәү өсөн көрәшә. Дошмандар халҡыбыҙ араһын боҙорға тырыша. Әммә беҙҙең егеттәр алға бара, һәм еңә. Һалдат ике тапҡыр һәләк була, тигән әйтем бар. Беренсеһе тапҡыр һуғыш яланында, икенсе тапҡыр - уның тураһында онотҡанда. Һеҙҙең инициатива һәм ярҙамығыҙ арҡаһында һәләк булған яугирҙарҙың исемдәрен оноторға мөмкинлек бирмәгән иҫтәлекле урындар барлыҡҡа килә, - тине ул.
Йәштәр араһында тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм патриотик тәрбиә эшендә ҡаҙаныштары өсөн, Стәрлетамаҡ ҡала ветерандар ойошмаһы ҡарары менән Марат хәҙрәт Ишбаев «Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почетлы ветераны» күкрәк билдәһенә лайыҡ булды.
Марат хәҙрәт Ишбаевтың был башланғысы - халыҡтың рухи көсөнөң, үҙ тарихына булған ихтирамының сағыу күрһәткесе. Дини ҡиммәттәр менән илһөйәрлек тойғоһо бергә үрелгән был изге урын, һис шикһеҙ, киләсәк быуындарға тоғролоҡ, намыҫ һәм батырлыҡ өлгөһө булып хеҙмәт итәсәк. Һәргәйҙә башланған был изге эш башҡа ауылдарға һәм ҡалаларға ла үрнәк булып, илебеҙҙең һәр төбәгендә хәтер һәйкәлдәренең артыуына этәргес бирер, тип ышанырға кәрәк.
Зилә СӘЛИМОВА.
Автор фотолары.

Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереүсе комплекс
Автор:Дина Галеева
Читайте нас