

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә дежур часына урындағы 54 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Аферистар алдау юлы менән уны 2 миллиондан ашыу һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡтыра.
Ир һөйләүенсә, бөтәһе лә таныш булмаған кешенең шылтыратыуынан башлана. Ул домофон асҡыстарын алмаштырыу кәрәклеге хаҡында хәбәр итә, телефон аша ғариза бирергә тәҡдим итә һәм SMS-хәбәрҙән кодты атауын һорай. Зыян күреүсе уға ышана һәм һандарҙы әйтеп бирә.
Бер нисә минуттан һуң иргә икенсе номерҙан шылтыратып, уның «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинетын емереүҙәре хаҡында хәбәр итәләр. Проблеманы хәл итеү өсөн уның менән «Росфинмониторинг» һәм Федераль именлек хеҙмәте «хеҙмәткәрҙәре» бәйләнешкә инә. Улар ғариза биреүсене имеш, енәйәтселәр уның исеменән дошман илдәрҙең террорлыҡ эшмәкәрлеген финанслай, тип ҡурҡыта. Ялған белгестәр уға бар аҡсаһын «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерәсәк «ышаныслы кеше»гә юллаһа, ышаныс ҡағыҙын ғәмәлдән сығарырға вәғәҙәләй.
Инструкцияларға ярашлы, ир 2 миллион һумын ҡулаҡсаға әйләндерә. Банк хеҙмәткәренең аҡсаны ниндәй маҡсатта алыуы тураһындағы һорауына ул: «Автомобилгә», - тип яуап бирә. Ир аҡсаны ҡара пакетҡа һалып, Ҡазанға юл тота. Бында ул курьер менән осрашып, уға аҡсаларҙы тапшыра. Һуңынан зыян күреүсе алданыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.
Ошо факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса - айырыуса ҙур күләмдәге мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарға сит кешеләр менән ситтән торопн аралашҡанда иғтибарлы булырға саҡыра. Кем генә булып күренмәһендәр, таныш түгел шылтыратыуҙарға ышанмаҫҡа, SMS-тарҙан кодтарҙы, банк карталарығыҙҙың мәғлүмәттәрен һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтмәҫкә!